

Был йүнәлеш менән “Ватанды һаҡлаусылар“ фонды шөғөлләнә. Башҡортостандың барлыҡ райондарында үткән Бөтә Рәсәй “Проффест. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты“ эшкә урынлаштырыу йәрминкәһендә “Ватанды һаҡлаусылар“ фонды республика филиалының социаль координаторҙары әүҙем ҡатнашты. Улар һаулыҡ торошо буйынса демобилизацияланған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү саралары, Башҡортостанда үҙ эшен асыу мөмкинлектәре хаҡында һөйләне.
Республикала төп майҙансыҡ Өфөлә булды. Социаль координаторҙар “Торатау“ конгресс-холына 24 МХО ветеранын алып барҙы. Консультация майҙансығында 90-дан ашыу һорау бирелде, уларҙың һәр береһенә ентекле яуап алдылар.
Дәүләкән районында эшкә урынлашыу йәрминкәһе Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә үтте. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының Дәүләкән районындағы социаль координаторы Рәшиҙә Заһитова МХО ветерандарына ойошмалар һәм предприятиелар вәкилдәре менән аралашырға, уҡыу һәм карьера үҫеше программалары менән танышырға, вакансиялар һәм эш шарттары тураһында белергә ярҙам итте.
Эшкә урынлаштырыу йәрминкәһе Баймаҡта ла ойошторолдо. Социаль координаторҙар Гөлназ Заманова менән Альбина Шәғәҙәтова осрашыуға килгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына консультациялар бирҙе. Шулай уҡ һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләре тематик осрашыуҙарҙа һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.
Бынан тыш, Бөтә Рәсәй “Проффест. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты“ эшкә урынлаштырыу йәрминкәһе Шаран, Балаҡатай, Бөрйән райондарында, Ағиҙел ҡалаһында үтте.
Галина Морозова.
Фото: “Ватанды һаҡлаусылар“ фонды республика филиалы.