Барыһы ла Еңеү өсөн
23 Апрель 2025, 07:00

Рәмзиә Кәримова ҡайҙа юғалып торған?

Иртәнге һигеҙҙә барлыҡ хәрби состав менән бергә сафҡа баҫып, "Здравие желаем, иптәш полковник!" тип эшкә керешәһең дә... 

Рәмзиә Кәримова ҡайҙа юғалып торған?Рәмзиә Кәримова ҡайҙа юғалып торған?
Рәмзиә Кәримова ҡайҙа юғалып торған?

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова социаль селтәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты. Ул "Беренсе тирмә" проектына ярашлы, махсус хәрби операция биләмәһендәге хәрби госпиталдә эшләп ҡайтыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

"ЮҒАЛТТЫҠ!" тип яҙҙығыҙ. Юғалып торҙом шул, ирекмән булып тағы ла махсус хәрби операция зонаһына барып ҡайттым. 4 апрелдә юлға сыҡҡайныҡ бөгөн төндә ҡайтып индек. Был юлы төркөмдөң кураторы булып барҙым, МХО яугирҙәре өсөн төҙөлгән иң ҙур хәрби госпиталдә яралыларҙы тәрбиәләнек. Тәүге барғандан айырмалы, яңы госпиталдә талаптар ҡаты. Иртәнге һигеҙҙә барлыҡ хәрби состав менән бергә сафҡа баҫып, "Здравие желаем, иптәш полковник!" тип эшкә керешәһең дә, теүәл киске 19.00 тиклем башты ла күтәрә алмайһың. Хатта тамаҡ ялғауға ла һанаулы ғына минут бирелә.

Эш етерлек: яугирҙәрҙе ҡабул итергә лә, документтарын тултырышырға ла, коляска-носилкалар менән процедураларға, операцияларға йөрөтөргә лә, тән йәрәхәттәрен бәйләргә лә, ауыр яралыларҙы ашатырға ла, 35-38 урынлыҡ ҙур палаталарҙы тәртиптә, таҙалыҡта тоторға ла. Әммә ҡыҙҙарҙан бер тапҡыр ҙа зарланыу һүҙе ишетмәнем. Арып-талһалар ҙа йөҙҙәрсә яугиргә үҙҙәренең күңел йылыһын бүлделәр, ҙур ихласлык менән ярҙам иттеләр.

Был юлы Башҡортостандан яҡташтар ҙа күп булды. Әбйәлилдән Марсель ағайҙы, университетта уҡығанда бер осорҙа ятаҡта йәшәгән егеттәрҙе осраттым. Медицина хеҙмәткәрҙәре араһында ла Башҡортостан вәкилдәре байтаҡ. Терапевт Резеда Аҙнағол ҡыҙы Әлибаева беҙҙе үҙ балалары һымаҡ ҡурсалап йөрөттө. 15 көн эсендә госпиталдең шәхси составы ла, яугирҙәр ҙә яҡын кешегә әйләнде.

Теге юлы 230 егеттең сәсен алғас, быныһында 300-гә тултырам тип яңы машинка алып барғайным, планым артығы менән үтәлде. Сиратҡа баҫҡан 30-лап егеттең сәсен алып өлгөрмәүем генә күңелде өйкәп тора. Ярай, баш һау булһа, сәс алыусы ғына табылыр. Госпиталдән дауаланып сыҡһындар, иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар!

Ә "Беренсе тирмә" проектының 11-се төркөмө составында барған ҡыҙҙарыма ҙур рәхмәт! Һәр береһе тураһында повесть түгел, роман яҙырлыҡ. Тормошта үҙ урынын тапҡан гүзәл заттар – матурҙар, аҡыллылар, белемлеләр, уңғандар. Ә иң мөһиме – уларҙың йөрәге, күңеле изгелек, миһырбанлыҡ, мәрхәмәтлек менән тулы. Яугирҙәребеҙ артында ошондай ныҡлы тыл торғанда еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ", - тип яҙҙы Рәмзиә Кәримова. 

Фотолар Рәмзиә Кәримованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән https://vk.com/ramzia.karimova)

 

Рәмзиә Кәримова ҡайҙа юғалып торған?
Рәмзиә Кәримова ҡайҙа юғалып торған?
Рәмзиә Кәримова ҡайҙа юғалып торған?
Рәмзиә Кәримова ҡайҙа юғалып торған?
Рәмзиә Кәримова ҡайҙа юғалып торған?
Рәмзиә Кәримова ҡайҙа юғалып торған?
Рәмзиә Кәримова ҡайҙа юғалып торған?
Рәмзиә Кәримова ҡайҙа юғалып торған?
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас