Барыһы ла Еңеү өсөн
25 Апрель 2025, 01:00

Социаль координатор ветеранға үҙ эшен асырға ярҙам итә

МХО ветераны металдан сүкелгән әйберҙәр яһарға хыяллана.

Социаль координатор ветеранға үҙ эшен асырға ярҙам итәСоциаль координатор ветеранға үҙ эшен асырға ярҙам итә
Социаль координатор ветеранға үҙ эшен асырға ярҙам итә

"Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының социаль координаторы эшендәге мөһим йүнәлештәрҙең береһе – махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙәргә эшкә урынлашырға ярҙам итеү. Был бурысҡа фонд хеҙмәткәрҙәре бик яуаплы ҡарай. Фондтың Башҡортостан буйынса филиалы ошоға ҡағылышлы һөҙөмтәле эш миҫалы тураһында яҙҙы.

Дәүләкән районынан Сергей Николаевич Семенов яраланғандан һуң өйөнә ҡайтҡас, яратҡан эше менән шөғөлләнергә – металдан сүкелгән әйберҙәр яһарға ҡарар иткән.  Район буйынса социаль координатор Рәшиҙә Заһитова, уның эштәрен, ныҡышмаллығын күреп, ветеранға ярҙам итергә була. Ул, Сергей Николаевичҡа үҙ эшен асыу өсөн дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлеге буйынса кәңәш һорап, мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә. Бергәләп бизнес-план төҙөйҙәр, уны раҫлаталар.

Хәҙерге көнгә МХО ветераны "Вектор" консалтинг компанияһына металдан сүкелгән әйберҙәр етештереү буйынса шәхси предприятиены теркәүҙе һорап мөрәжәғәт иткән дә инде. Ойошма белгестәре документтарҙы теркәүгә тапшырған, Виктор Николаевичҡа эшҡыуарлыҡты алып барыу, отчеттар биреү һәм дәүләт ярҙамы алыу буйынса кәңәштәр биргән. Был эштәрҙе ойошма бушлай башҡарған. 

Махсус хәрби операция ветеранына эшенең уңышлы барыуын теләйбеҙ.

Фото: vk.com/zashitnikiotechestvarb (vk.com/wall-220653548_5294)

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас