Барыһы ла Еңеү өсөн
25 Апреля 2025, 19:15

Гүзәл Насирова махсус хәрби операция биләмәһенә барып ҡайтҡан

Иглин районы халҡы ярҙамсыл: 50-се гуманитар ылау алып барып еткерелгән.

Гүзәл Насирова махсус хәрби операция биләмәһенә барып ҡайтҡанГүзәл Насирова махсус хәрби операция биләмәһенә барып ҡайтҡан
Гүзәл Насирова махсус хәрби операция биләмәһенә барып ҡайтҡан

Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова махсус хәрби операцияға барып ҡайтҡан.

– 50-се гуманитар ылау тапшырылды, – тине Гүзәл Рәйес ҡыҙы. – Был юлы яҡташтарыбыҙға автомобилдәр өсөн запас частәр, генераторҙар, маскировка селтәрҙәре, япмалар, дронға ҡаршы юрғандар, ҡоро паектар, шәхси гигиена әйберҙәре, төрлө ҡоралдар һәм башҡа кәрәк-яраҡ алып барҙыҡ. Улай ғына ла түгел, БПЛА менән "НИВА" маркалы автомобилде лә алдыҡ.

Гүзәл Насированың һүҙҙәренә ҡарағанда, гуманитар ярҙамдың дөйөм ауырлығы яҡынса 10 тоннаға еткән. Әгәр ҙә иглиндар быға булышлыҡ итмәһә, ундай тос ярҙам килеп сыҡмаған да булыр ине. Хакимиәт башлығы теләктәшлек күрһәткән һәм ярҙамдан өҙмәгәндәрҙең, ғөмүмән, ҙур хеҙмәт һалғандарҙың һәммәһенә лә сикһеҙ рәхмәтле булыуын еткерҙе.

Һалдаттарҙың кәйефе күтәренке, тыуған яҡтарынан ярҙам булыуҙарына һөйөнәләр, Еңеүгә лә күп ҡалмауын белдерәләр. Гүзәл Рәйес ҡыҙы ошолар һәм башҡалар тураһында ла һөйләне. Башҡортостанға ҡайтышлай төрлө иҫтәлекле урындарға һуғылғандар, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскә лә һалғандар.

Фото: Гүзәлиә Насирова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас