

Был хаҡта фонд филиалы үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр итте.
"СВОя семейная гостиная" тип аталған проект "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте" менән бергә, республика етәксеһенең Гранттар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ул һәләк булған яугирҙәрҙең яҡындарына ауыр ҡайғыны кисерергә ярҙам итеүгә, терәк булыуға йүнәлтелгән.
Һәр осрашыу ниндәй ҙә булһа темаға бағышлана. Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләре һәм тол ҡатындары йыйылған сираттағы осрашыуҙа Ирина Насирова нейрографика буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән. Уның үҙенең дә улы яуҙа һәләк булып ҡалған. Юғалтыуҙы нисек тә булһа еңеләйтер өсөн, ул "СВОя сила" тигән психология курстарына йөрөй. Алған белемен үҙе кеүек үк ауыр ҡайғы кисергән ҡатын-ҡыҙҙар менән уртаҡлаша.
Нейрографика - махсус алгоритм ярҙамында һүрәт төшөрөү аша ауыр тойғоларҙы еңеүгә, проблемаларҙы хәл итеүгә ярҙам иткән алым. Һүрәт ысынбарлыҡты тасуирларға ла, абстракт та булырға мөмкин. Бында уныһы мөһим дә түгел, сөнки һөҙөмтә кешенең ошо шөғөл менән булышҡанда ниҙәр кисереүенән тора.
"Ҡунаҡ бүлмәһе"ндә ҡатнашыусылар әйтеүенсә, бындай аралашыуҙар күңелгә йылылыҡ өҫтәй, ыңғай кисерештәр уята. Ҡатын-ҡыҙҙар бергәләшеп ҡайғыны еңергә, тормошта яңы ҡыҙыҡһыныу табырға, үҙ-үҙен аңларға өйрәнә.
Фото: видеонан скриншот - vk.com/zashitnikiotechestvarb