Яугир олатай юлын ейәне менән бүләһе дауам итә

Ҡасандыр, алыҫ 1943 йылдың 18 сентябрендә, уларҙың ҡартатаһы Макар Пашкин тап ошо ерҙәрҙе азат итеүҙә ҡатнашып, Днепрҙы кисеү операцияһы мәлендә батырҙарса һәләк булған.

Яугир олатай юлын ейәне менән бүләһе дауам итәЯугир олатай юлын ейәне менән бүләһе дауам итә
Яугир олатай юлын ейәне менән бүләһе дауам итә

Яңауыл районының Рабак ауылында йәшәгән Георгий Макаров менән был төбәккә эш сәфәре мәлендә танышырға насип булды. Ул – үҙ теләге менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир. Улай ғына ла түгел, Георгийҙың улы Виктор ҙа ил һағына баҫҡан. Ә ҡасандыр, алыҫ 1943 йылдың 18 сентябрендә, уларҙың ҡартатаһы Макар Пашкин тап ошо ерҙәрҙе азат итеүҙә ҡатнашып, Днепрҙы кисеү операцияһы мәлендә батырҙарса һәләк булған.

Георгий ҡартатаһы һәм улы Виктор хаҡында ҙур ғорурлыҡ менән һөйләне, ә бына үҙе тураһында әллә ни бәйән иткеһе килмәне. Әңгәмә барышында тормош юлдашы Лидия менән Снежанна һәм Марина исемле ике ҡыҙ һәм Виктор исемле ул үҫтереүҙәре, бөгөн инде балаларын оло тормош юлына оҙатып, дүрт тапҡыр өләсәй һәм олатай булыу бәхете кисереүҙәре хаҡында белдек.

2022 йылдың сентябрендә Георгийҙың улы Виктор өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырыу ала, әммә уны кире ҡайтаралар. Арыу уҡ ваҡыт дауамында уйланып йөрөй торғас, ул үҙ теләге менән хәрби контракт төҙөргә ҡарар итә. Улын ебәргеһе килмәгән атай кеше уның менән бергә юлланырға була. Шулай итеп, 2023 йылдың майында аталы-уллы Һамар өлкәһендәге хәрби әҙерлек үҙәгендә осраша.

– Осраҡлылыҡмы, әллә Аллаһтың хикмәтеме, тормоштағы тап килеүҙәргә ҡайһы саҡта хайран ҡалам. Олатайыбыҙ Макар Пашкин бынан 78 йыл элек Украина ерен фашистарҙан азат иткәндә һәләк булған. Әле килеп, уның ейәне менән бүләһенә ошо изге бурысты үтәү эшендә ҡатнашырға тура килде. Беҙҙең олатай ҡорал ташыусы булған, мин дә артиллерия ғәскәрендә шул уҡ эште башҡарҙым, ә улым – тоҫҡаусы. Ул әле лә хәрби хеҙмәтен дауам итә, байрам алдынан, беҙҙе ҡыуандырып, ялға ҡайтып төштө. Улымды МХО-ла ҡалдырып ҡайтып китеү ныҡ ауыр булды. Ул миңә: “Атай, һин үҙ бурысыңды үтәнең, тыныс күңел менән ҡайт, ә мин ҡалам, олатай өсөн үс алам әле”, – тине. Әйткәндәй, Виктор яугир олатайыбыҙҙың исемен – “Макар”ҙы позывной итеп алды, – тип һөйләне Георгий Макаров.

Һуғышҡа тиклем Георгий Михайлович мәктәптә физик тәрбиә һәм хеҙмәт уҡытыусыһы булып эшләй, әле һаҡ хеҙмәтендә. Апрель айында МХО яугиренә шифаханаға юллама биргәндәр, ул Төмән өлкәһендә булып, сәләмәтлеген нығытҡан. Атай кешенең бөтә уйы һәм хәстәре улы тураһында. Уның һәм барлыҡ яугирҙәрҙең тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуын теләй. Викторҙы Яңауыл ҡалаһында һөйөклө кәләше һәм биш йәшлек улы Руслан да көтә.

Ғөмүмән, был еңеүҙең тиҙерәк килеүен бөтә ил халҡы, яугирҙәрҙең ҡәҙерле атай-әсәйҙәре, ҡатындары, балалары теләй. Лидия һәм Георгий Макаровтарға ла һөйөклө улдары Виктор менән шатлыҡлы осрашыуҙар яҙһын. Олатайҙарының данлы юлын лайыҡлы дауам иткән вариҫтарына – кисәге һәм бөгөнгө МХО яугирҙәренә сәләмәтлек, именлек, рух ныҡлығы теләйбеҙ.

Фотоларҙа: 1) МХО ветераны Георгий Макаров яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск янында. 2) Бөйөк Ватан һуғышы яугире Макар Пашкин.

Фотолар Айрат Нурмөхәмәтовтыҡы һәм ғаилә альбомынан. 

Яугир олатай юлын ейәне менән бүләһе дауам итә
Яугир олатай юлын ейәне менән бүләһе дауам итә
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас