

Башҡортостандың махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәренә реабилитация өсөн 90 миллион һум аҡса бүленде. Аҡса номиналы 52,5 мең һум тәшкил иткән исемле сертификаттарға йүнәлтелә, уларҙан яраланған, имгәнгән йәки контузия алған мобилизацияланғандар һәм доброволецтар файҙаланасаҡ.
Тәүге ун кеше Өфөләге “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы базаһындағы Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса булдырылған реабилитация үҙәгендә һауыҡтырыла башланы. Программа үҙ эсенә медицина һәм психологик ярҙамды, социаль адаптацияны, логопедияны һәм профессиональ әҙерлекте ала. Комплекслы реабилитация барышында һәр яугиргә, тиҙерәк әүҙем тормошҡа әйләнеп ҡайтһындар өсөн, шәхси мөнәсәбәт, дауа булдырыла.
Әле 6,5 меңдән ашыу яугир һәм уларҙың ғаилә ағзалары бушлай шифахана-курорт дауаһы алыуҙан файҙаланды.
Фото: VK.com