Яугирҙәрҙең именлеген һаҡлауға ярҙам итәләр

Һәр кем еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерергә тырыша.

Яугирҙәрҙең именлеген һаҡлауға ярҙам итәләрЯугирҙәрҙең именлеген һаҡлауға ярҙам итәләр
Яугирҙәрҙең именлеген һаҡлауға ярҙам итәләр

Туймазы районы халҡы, ирекмәндәр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам ҡулы һуҙыуҙы үҙенең изге бурысы тип һанай. Мәҫәлән, Дуҫлыҡ, Илсембәт ауылдарында маскировка селтәрҙәре үрелә, шәхси гигиена әйберҙәре, медикаменттар, йылы һәм эске кейем, оҙаҡ һаҡлай торған аҙыҡ-түлек йыйыла. Һәр кем еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерергә тырыша.

“Махсус хәрби операция биләмәһендә бурыстарын үтәгән хәрбиҙәребеҙ мөмкин тиклем күберәк ярҙамға мохтаж. Гуманитар ярҙам йыйыу – Ватан мәнфәғәттәрен яҡлау, һаҡлау һағындағы яҡташтарыбыҙға эшләй алған изгелектәрҙең иң әҙе”, – ти дуҫлыҡтар һәм илсембәттәр.

“Яугирҙәргә ярҙам итергә әҙер торған кешеләрҙең күплеге ҡыуандыра. Ҡатмарлы ваҡытта терәк-таяныслы икәнде тойоу, һәр саҡ ярҙамға килер яҡташтарҙың булыуы күңелде күтәрә”, – тип сәләм ебәрә яугирҙәр.

Фото: Дуҫлыҡ ауыл мәҙәниәт йорто.

 

Яугирҙәрҙең именлеген һаҡлауға ярҙам итәләр
Яугирҙәрҙең именлеген һаҡлауға ярҙам итәләр
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас