Төп иғтибар – яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина етәкселегендә Әбйәлил районының Ташбулат һәм Буранғол ауылдарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн Берҙәм граждандарҙы ҡабул итеү көнө үтте.

Төп иғтибар – яугирҙәргә һәм  уларҙың ғаиләләренәТөп иғтибар – яугирҙәргә һәм  уларҙың ғаиләләренә
Төп иғтибар – яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә

2023 йылдың апреленән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән МХО ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә комплекслы ярҙам күрһәтеү маҡсатында “Ватанды һаҡлаусылар” фонды булдырыла. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы Башҡортостан Республикаһында 2023 йылдың 1 июнендә эш башлай.

Рәсәй Президенты Указы менән булдырылған “Ватанды һаҡлаусылар” фондының филиалдары һәр район һәм ҡалала эшләй. Социаль координаторҙарҙың төп бурысы – махсус хәрби операция ветерандарына, уларҙың ғаиләләренә бар яҡлап ярҙам итеү.

Ошо көндәрҙә Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа социаль координаторҙар өсөн офис асылды. Уны асыу тантанаһында “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, фонд хеҙмәткәрҙәре, яугир әсәләре һәм ҡатындары ҡатнашты.

Бөгөн социаль координаторҙарҙың әһәмиәте ни тиклем кәрәклеген барыһы ла аңлайҙыр. Тап улар махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәр, уларҙың ғаиләләре менән даими бәйләнештә тора ла инде. Әбйәлил районында әле өс соцаиль координатор иҫәпләнә. Улар – Гөлназ Вәлиева, Дилә Ғәлиуллина һәм Илнур Ҡарабулатов.

Дилә Ғәлиуллина - батыр ул тәрбиәләгән, махсус хәрби операцияла ҡаһармандарса һәләк булған яугир әсәләрҙең береһе. Бөгөн ул күберәк яуҙа һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән тығыҙ бәйләнештә булһа, Илнур Ҡарабулатов -  хәрби хәрәкәттәр ветераны, бер нисә яуҙы үткән кисәге яугир. Гөлназ Вәлиева башлыса документтар менән эш итә.

— Социаль координатор хеҙмәте еңел түгел, уларға ниндәй генә һорауҙар менән мөрәжәғәт итмәйҙәр. Юғалған яугирҙәрҙе эҙләүҙән алып махсус хәрби операцияла төрлө тән һәм йән йәрәхәттәре алған  инвалид ветерандар, “алғы һыҙыҡ”тан сыҡҡан яугирҙәр булһынмы, уларҙың ҡатындары, әсәйҙәре, туғандарымы – барыһы ла төрлө мөрәжәғәттәр менән уларға килә. Көнөнә күпме кешене ҡабул итергә, йөҙҙәрсә һорауҙарға яуап бирергә тура килә уларға. Шуға күрә эш урынының уңайлы булыуы ла төп шарттарҙың береһе. Был тәңгәлдә район етәкселәренә ҙур рәхмәтлебеҙ, улар беҙгә яҡты, уңайлы офис асырға мөмкинлек бирҙе, – ти “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.

Шулай ҙа был бүлмәгә һәр кем – яугирме, уның ҡатынымы, әсәһеме – барыһы ла тик яҡшы кәйефтә, тулы өмөттә һәм ышаныста ғына килеүҙәрен теләр инек.

Бер һорау ҙа яуапһыҙ ҡалмаясаҡ

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина етәкселегендә Әбйәлил районының Ташбулат һәм Буранғол ауылдарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн Берҙәм граждандарҙы ҡабул итеү көнө үтте. Халыҡты ҡабул итеүҙә “Ватанды һаҡлаусылар”дәүләт фонды етәксеһенең хоҡуҡи һорауҙар буйынса урынбаҫары Гүзәл Әбдрәхимова, халыҡты ҡабул итеү бүлеге начальнигы, БР –ның социаль координаторҙар кураторы Әлиә Зәйнуллина һәм Әбйәлил районы буйынса социаль координатор Гөлназ Вәлиева мөрәжәғәт итеүселәрҙең һәр һорауын ентекле тыңлап, уларҙы теркәп, яуап бирҙе. Бер һорау ҙа яуапһыҙ ҡалманы. Ике ауылдан бөтәһе 64 кеше төрлө мөрәжәғәттәр менән ҡабул итеүгә килде, уларҙың һәр береһенә адвокаттар, медицина психологтары һәм социаль координаторҙар  тарафынан яуаптар ҡайтаралды.

Мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһен социаль ярҙам сараларын теркәү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға төҙөлөш өсөн ер һәм урман биреү, Шайморатов орденын юллау, льготалы ипотека алыу, документтарҙы юллауҙа урындағы военкоматтың вайымһыҙ эшмәкәрлеге, килешеү төҙөү өсөн төбәк түләүҙәре, йорт ремонты, юғалған һалдаттар өсөн эҙләү карточкаларын эшкәртергә ярҙам итеү һәм ДНК-тест үткәреү, яугирҙәрҙең күсемһеҙ милектәрен теркәү, яугирҙәр һәләк булғас уларҙың балаларына пенсия юллауҙағы ҡыйынлыҡтар һәм башҡа мәсьәләләр борсоно. Мәҫәлән, яугир ҡатыныТашбулат ауылынан Алһыу Заманова улы Рамазан менән юристарға ярҙам һорап килгән. Уның ире 2022 йылда өлөшләтә мобилизицияға эләгеп, яу ҡырында. Тағы ла Тимур исемле улдары үҫә. Ғаилә Белорет ҡалаһында йәшәй, ауылда ҡайны –ҡәйнәләренә йыш ҡайтып, ярҙам итеп торалар. Яугирҙең әсәһе икенсе төркөм инвалиды, уға даими тәрбиә һәм медицина ярҙамы кәрәк. Шулай уҡ Ташбулат ауылынан Римма Герасимованың да улы контракт буйынса махсус хәрби операцияла. Әсәне улының түләүҙәренең ваҡытында килмәүе борсой, пенсия аҡсаһын яуға улына ебәреп тора. Шулай уҡ гуманитар ярҙам менән “Нива” машинаһы һатып алып та оҙатҡандар.  Күсем ауылынан Биктимер Ҡарағужин улының күптән хәбәре булмауы хаҡында борсолоу белдерҙе һәм нисек тә уны эҙләп табыуҙа ярҙам итеүҙәрен һораны.

—Үҙемдең командам менән Әбйәлил районына хоҡуҡи ярҙам күрһәтергә килдек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡораллы низағтар һәм һуғыштар ваҡытында ҡорбандарһыҙ булмай. Ҡаһармандарса һәләк  булған яугирҙәрҙең ҡатындары, әсәйҙәре , әле яу яланында йөрөгән яугирҙәрҙең яҡындары, ваҡытлыса ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе бергә йыйып,  бер урында юридик һорауҙарына яуап биреү – төп маҡсатыбыҙ. Хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа барҙыр, уларҙы эҙләп табыуҙа, ДНК-ларын алып  Оборона министрлығына сығасаҡбыҙ.

Шулай уҡ беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙаң береһе–хәрби хәрәкәт ветерандары, инвалид–ветерандарға бар яҡлап ярҙам итеү тора. Психологик, медицина, юридик ярҙамдан алып уларҙы яңынан йәшәргә өйрәтеү, тыныс тормошта ҡайтанан үҙ урынын табырға ярҙам итеү, иң мөһиме төшөнкөлөккә бирелмәҫкә саҡырабыҙ. Яуҙан ҡайтҡан яугир ғаиләлә генә түгел, ә йәмғиәтәт лә яҡлаулы һәм кәрәкле булыуы мөһим. Үҙен тормошта кәрәклеген тойоу уны рухи яҡтан ныҡлы итә, бар ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итәсәк. Инвалид коляскаһында ултырған йә иһә ҡултыҡ таяҡтарында йөрөгән яугир үҙенең торошона ғәрләнергә түгел, ә үҙен нисек бар шул килеш ҡабул итергә өйрәнергә тейеш. Был тәңгәлдә беҙгә Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, дүрт тапҡыр Ҡышҡы Паралимпия уйындары чемпионы Ирек Зарипов өлгө булып тора. Әйткәндәй, ул да беҙҙең фондта эшләй. Ғөмүмән, беҙ яуҙан ҡайтҡан инвалид–ветерандарыбыҙҙы юғалтырға тейеш түгелбеҙ, уларҙың хәлен беләйек, күңелдәрен имләйек, үҙҙәренең кәрәклеген тойорға ярҙам итәйек. Бер кемгә лә сер түгел, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре йыш ҡына намыҫһыҙ кешеләр өсөн сәпкә әйләнә башланы. Торлаҡ һатып алыуҙа алданыусылар ҙа юҡ түгел. Был тәңгәлдә күптән түгел “Башҡортостан Республикаһы торлағы” проекты булдырылды һәм ул МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына арзан торлаҡ фонды тураһында мәғлүмәт биреү өсөн ярҙам итәсәк,–ти Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.

Шулай уҡ “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды ярҙамында яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү маҡсатында төрлө проектар уңышлы эшләй.

Күҙ йәштәре аша ғорурлыҡ та

Йәнле аралашыуҙар йәмле табын артында барҙы: күҙ йәштәре аша улдары һәм ирҙәре, атай һәм ағайҙары өсөн ғорурлыҡ та, уларға ҡарата һөйөү сағылып киткәндәй тойолдо.

“Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” Бөтә Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының төбәк бүлексәһе һәм “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фондының төбәк филиалы тарафынан булдырылған “Ватанды һаҡлаусының атаһы” миҙалы Ташбулат ауылынан Ласын Хисмәтовҡа тапшырылды. Ул ҡатыны Рмзиә Хәким ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Улдары Айгиз өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, әле илебеҙ тыныслығы өсөн яу яланында нацистар менән көрәшә.

Шулай уҡ бер төркөм яугир әсәйҙәренә, йәмәғәт тормошонда әүҙем эш алып барған, матур балалар тәрбиәләгән, өлгөлө ҡатын, әсәй булған хөрмәтле гүзәл заттарға  Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын –ҡыҙ– милләт әсәһе” миҙалы тапшырылды. Улар араһында Ташбулат ауылынан күп балалаы әсәй Нәсибә Нурғәлина ла бар. 2012 йылда ире менән ата–әсәһен юғалтҡан кескәй туғандарын тәрбиәгә ала. Ә Һылыу Нәҙершина 45 йыл һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй, бөгөн Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбленең етәксеһе.

Әбделғәзе ауылынан Нуридә Вәлиева тормош иптәше менән биш тәрбиәләп үҫтергән, оҙаҡ йылдар хат ташыусы булып эшләй, бөгөн дә яугирҙәргә гуманитар ылау туплауҙа бар яҡлап ярҙам күрһәтә. Уның күкрәгендә лә “Ҡатын –ҡыҙ–милләт әсәһе” миҙалы балҡый.

Шулай уҡ “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булыусылар араһында Һәйетҡол ауылынан Зәйнәп менән Таңатар Ялаловтар бар. Уларҙың кесе ҡыҙҙары “Басай”позывнойлы шәфҡәт туташы махсус хәрби операция биләмәһендә. Әйткәндәй, “Басай” райондан алғы һыҙыҡта булған берҙән –бер ҡатын –ҡыҙҙарҙың береһе.

Ике ауылда ла үткән осрашыуҙарҙа яуҙа ғәзиздәрен юғалтыусылар ҙа, әле улдары һәм ирҙәре яу яланында булғандарҙың әсәйҙәре һәм ҡатындары ла, хәбәрһеҙ юғалғандарҙың яҡындары н да тик бер тойғо–тиҙерәк Еңеүҙе яҡынайтыу, уның өсөн бергә һәм берҙәм булыу теләге берләштерҙе. Иң мөһиме–барыһы ла үҙҙәрендә көс табып, сабырлыҡ һәм ышаныс менән артабан йәшәргә һәм башҡаларға ярҙам итергә тырыша. Уртаҡ уйҙар берләштергән һәм бергә туплаған осрашыуҙар артабан да дауам итһен, тик ул сағында илебеҙгә тыныслыҡ килһен, яугирҙәребеҙ иҫән–һау ҡайтһын, тигән теләктәр менән таралашты һәр кем.

Автор фотолары.

Төп иғтибар – яугирҙәргә һәм  уларҙың ғаиләләренә
Төп иғтибар – яугирҙәргә һәм  уларҙың ғаиләләренә
Төп иғтибар – яугирҙәргә һәм  уларҙың ғаиләләренә
Төп иғтибар – яугирҙәргә һәм  уларҙың ғаиләләренә
Төп иғтибар – яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас