17 урында һалдаттарҙың хәлен беләләр

Айҙар Шәйҙуллин яугирҙәр янында булған.

17 урында һалдаттарҙың хәлен беләләр17 урында һалдаттарҙың хәлен беләләр
17 урында һалдаттарҙың хәлен беләләр

Башҡортостандың ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтарының махсус хәрби операция биләмәһенә барыуын даими яҡтыртып барабыҙ. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин сираттағы гуманитар ылау составында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттар янында булған.

– 17 подразделениелағы һалдаттар менән осраштыҡ, уларҙағы көс, ныҡлыҡ һәм рухи күтәренкелек һоҡландыра, – тине Айҙар Әнғәм улы. – Иң ҙур шатлығыбыҙ – яҡташтарыбыҙҙы һау-сәләмәт һәм яҡшы кәйефтә күреү. Баҫҡан ерҙәрендә ут сәсрәтеп торалар, күҙҙәрендә осҡондар уйнай, бына улар инде ни өсөн ҡулына ҡорал алғандарын бик яҡшы аңлай.

Айҙар Шәйҙуллин билдәләүенсә, бындай һәр осрашыу – һулаған һауа шикелле кәрәк, һәр береһенең йылмайыуын күреү, ҡул ҡыҫышыуҙар, арыуға ҡарамаҫтан, көлдөрөп алыуҙары, барыһы ла киләсәктең яҡты буласағын аңлата. Беҙҙең илебеҙҙең сиктәрен ысын ил һаҡсылары һаҡлай.

Башҡортостандан ниндәй кәрәк-яраҡ алып барғандар, барыһын да урын-еренә тапшырыуҙарын, "Луна" позывнойлы яҡташыбыҙ менән дә осрашыуҙарын хәбәр итте Айҙар Әнғәм улы.

Фото: Зилә Закирова.  

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас