

Илебеҙ өсөн ябай булмаған осорҙа йәшәйбеҙ. Махсус хәрби операция шауҡымы ҡағылмаған бер ауыл, ғаилә юҡтыр. Бөгөн һәр кем еңеүгә үҙ өлөшөн индерә, яугирҙәребеҙ өсөн бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа.
Йылайыр районының Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһендә ойошторолған “Изге нур” ирекмәндәр ойошмаһында ауылдың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары тупланған. Яугирҙәребеҙ менән бер рәттән бөгөн ирекмәндәр ҙә дәүер геройҙарына әйләнде.
Ойошма етәксеһе Фәриғә Аҡҡужина белдереүенсә, ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған ирекмәндәр ойошмаһы яугирҙәр өсөн ҡорот, икмәк киптереп, уларҙы махсус ҡоролмала ҡаптарға һалып оҙатҡан. Күптән түгел 500 ҡап ҡорот, 2 маскировка селтәре яугирҙәргә оҙатылһа, әле 300-ҙән ашыу ҡап ҡорот киптерелгән, шулай уҡ икмәктән әҙерләнгән сухарилар ҙа әҙер. Бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар биләмәгә ҡараған уңған хужабикәләр алып килгән ҡоротто бәләкәй итеп йомарлап, киптереп, һуңынан махсус төрөү пакеттарына һалып вакуумлаһа, икенселәре аҡ һәм ҡара икмәктәрҙе ҡаҡ ҡына киҫеп, уларға төрлө тәмләткестәр һибеп, уларҙы ла киптерә. Шулай уҡ ҡоро аш әҙерләүҙе лә башлағандар, йәшелсәләрҙе һәр кем өйөнөн алып килә, улар ҙа киптерелеп ҡушыла. Ҡарабойҙай бутҡаһын тиҙ әҙерләнә торған итеп эшләп, яу яланындағы яҡташтарына ебәреү теләге менән яна “Изге нур” ирекмәндәре.
Йомағужа ҡатын-ҡыҙҙарының яугирҙәргә бар яҡлап ярҙам күрһәтеүҙәрен иҫәпкә алып, Йылайыр ауылының “Преображенск” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге “ZемлякисVами” проекты менән президент Гранттары фонды конкурсында еңгән аҡсаға алынған киптерә торған ҡулайлама, вакууматор ирекмәндәргә бүләк иткән. Махсус ҡоролмалар булғас, эш тә ырай, ҡорот һәм икмәктәр кәрәкле температурала киптерелә, ти ирекмәндәр.
Эшкә килгән кеүек киләләр
Беҙ Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһенә килеп ингәндә, фойела Йомағужа ауыл ҡатын–ҡыҙҙарының маскировка селтәре үреү эшенең иң ҡыҙған сағына тура килдек. Баҡтиһәң, төрлө йәштәге апай–инәйҙәр көн һайын иртәнге 10–ға эшкә килгән кеүек киләләр һәм төшкө бергә тиклем туҡтамайынса яугирҙәргә изге теләктәр, доғалар уҡый–уҡый селтәр үрә икән. Хатта уларҙың тилбер ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй! Ә бит маскировка селтәрен үреү ҙә еңел бирелмәй, уны үҙ миҫалымда һынап ҡараным. Һәр эштең үҙ нескәлеге булған кеүек, бында ла оҫталыҡ талап ителә. Әммә Еңеүҙе тиҙерәк яҡынайтырға, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡындарын, ир һәм улдарының иҫән–һау йорттарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләгән ҡатын–ҡыҙҙар үҙҙәренең ваҡыты, көсө һәм һаулығы менән иҫәпләшмәй эшләй.
Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Ләйлә Халиҡова әйтеүенсә, яугирҙәр өсөн маскировка селтәренең ауыл биләмәһе халҡы тарафынан дүртенсеһе әҙерләнә.
–Бына ошондай изге лә, бөгөнгө көндә иң кәрәкле лә хеҙмәттә, ваҡыттарын йәлләмәй ауыл советы бинаһына килеп ярҙам иткән ауылдаштарыма ҙур рәхмәтлемен,–ти Ләйлә Хәйретдин ҡыҙы.–Ошондай мәлдәрҙә, ярҙам ҡулы һуҙған ауылдаштарыбыҙ булыуына, Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһендә йәшәгән яҡташтарыбыҙ булыуы менән ғорурланабыҙ. Әле күпләп ҡорот киптерҙек, икмәк әҙерләнек, ҡарабойҙай бутҡаһы эшләп ҡараныҡ, барыһы ла килеп сыҡты. Ошо көндәрҙә картуф иҙмәһе әҙерләүҙе башлап торабыҙ. Беҙҙең һәр башланғысыбыҙҙы күтәреп алған Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Мөхтәр улы Тотмановҡа ҙур рәхмәт, бер ҡасан да юҡ тимәй, әмәлен, яйын табып маҡсаттарыбыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итеп кенә тора. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, маскировка селтәре үреүгә һәр көн килгән Йомағужа ауылының абруйлы ағинәйҙәре–Йәмилә Ҡотоева, Рәшиҙә Шәһиева, Вәлимә Таҡаева, Менәүерә Ғәниева һәм Ғилмиә Яҡуповаларға ла ихтирамыбыҙҙы һәм рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Фәнүзә Аҡҡужина ла көн һайын бында килә, ул “Башкир” позывнойлы яугирҙең әсәһе. “Улыбыҙ үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә барырға теләк белдерҙе. Уның ҡарарына ҡаршы килмәнек ни тиһәк тә элек – электән ир-егеттәр ил һаҡларға киткән. Ирем Рәшит Хөснулла улы менән дүрт ул тәрбиәләнек, әле биш ейән –ейәнсәрҙәребеҙ бар. Иң мөһиме – ил-йорт тыныс булһын, тиҙерәк һуғыш бөтһөн, улдарыбыҙ иҫән–һау ғына ҡайтһын, тип көн–төндәр буйы теләктәр теләйбеҙ, доғалар уҡыйбыҙ. Әле бына маскировка селтәре үреүгә лә көн һайын киләм, бәлки тап беҙ үргән селтәр улымдың һәм уның иптәштәренәең ғүмерен һаҡлар,–тип күҙҙәренә йәш ала Фәнүзә Нотфулла ҡыҙы.
Маскировка селтәре үргән апай–инәйҙәрҙең күҙҙәре моңһоуыраҡ та, йөҙҙәре лә бер аҙ уйсаныраҡ күренде. Араларында кемдеңдер: “Һуңғы селтәрҙе үрһәк ине тип киләбеҙ ҙә ул”,–тигән һағышлыраҡ һүҙҙәре лә ишетелде. Ни тиһәң дә илдәрҙең тыныс булмауы, әле булһа һуғыш утының тынмауы әсәләрҙе лә борсомай ҡалмай шул.
Уҡыусыларҙың да ярҙамы ҙур
Ҡатын–ҡыҙҙарҙың маскировка селтәре үреүҙәрен бер аҙ күҙәтеп, улар менән аралашып бөтөүгә, ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Тотманов Йомағужа мәктәбененең башланғыс клас уҡыусыларының яугирҙәрҙең каскаларын ҡаплау өсөн кескәй маскировка селтәрҙәрен үреүе хаҡында белдерҙе. Бәләкәй ирекмәндәр менән дә яҡындан танышырға булдыҡ. Уҡытыусылары Разия Илбаҡтина һәм Мөнирә Иҫәнбаева уҡыусылары менән дәрестән һуң яугир ағайҙарына матур–матур теләктәр менән хат яҙыуҙары хаҡында хәбәр итте.
Разия Илбаҡтина белдереүенсә, мәктәпкә уҡыусылар күрше ауылдарҙан мәктәп автобусы менән йөрөп уҡый. Автобус балалаларҙы иртән алып килә һәм алып бара. Әммә башланғыс класс уҡыусыларының дәрестәре иртәрәк бөтөү сәбәпле, уларҙың көн һайын бер–ике сәғәт ваҡыттары ҡала. Ошо ваҡытта улар яугирҙәр өсөн кескәй маскировка селтәрҙәре үрә лә инде.
Күреүегеҙсә, бөгөн ауылдарҙа кескәй балаларҙан алып өлкән быуынға тиклем һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн бар яҡлап ярҙам күрһәтә. Уларҙың барыһын да бер уй, бер теләк берләштерә: тиҙерәк һуғыш бөтһөн, илгә тыныслыҡ килһен.
Автор фотолары