Төп маҡсатыбыҙ – МХО ветерандарының хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау

Төбәк Башлығы МХО ветерандары ассоциацияһының төбәк бүлексәһе рәйесе Оскар Ситдиҡов менән осрашты.

Төп маҡсатыбыҙ – МХО ветерандарының хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауТөп маҡсатыбыҙ – МХО ветерандарының хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау
Төп маҡсатыбыҙ – МХО ветерандарының хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Белорет районында тыуып үҫкән Оскар Ситдиҡов 2022 йылдың 24 февраленән 2024 йылдың 25 майына тиклем махсус хәрби операция бурыстарын үтәне. Ул Ҡаһарманлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. 2024 йылдың июлендә хәрби “Геройҙар дәүере” президент кадрҙар программаһында ҡатнаша. Әлегә Оскар Ситдиҡов Радий Хәбиров етәкселегендә Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә стажировка үтә.

Оскар Ситдиҡов Радий Хәбировҡа Башҡортостанда Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының төбәк бүлексәһен булдырырға ҡарар иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Хәрби әйтеүенсә, ойошманың төбәккә ҡайтҡан МХО ҡатнашыусыларын республиканың йәмәғәт тормошона йәлеп итергә, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә булышлыҡ итергә мөмкинлек бирә.

– Төп маҡсатыбыҙ – МХО ветерандарының хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау. Өс ай эсендә ойошманың 300-ҙән ашыу ағзаһы республика мәнфәғәтенә бик күп файҙалы эштәр башҡарҙы. Беҙ йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙә ҡатнашабыҙ, гуманитар миссиялар үткәрәбеҙ, ирекмәндәр менән бергә мәҙәни программалар ойошторабыҙ, яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү сиктәрендә “Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторҙары менән берлектә эшләйбеҙ. Эш һөҙөмтәләре буйынса беҙ ил төбәктәре араһында лидерҙар иҫәбенә индек, – тине Оскар Ситдиҡов.

Башҡортостан Башлығы МХО ветерандарын адаптив спортты үҫтереүгә йәлеп итергә кәрәклеген билдәләне.

– Физик культура һәм спорт буйынса Советтың һуңғы ултырышында Ил Президенты Владимир Путин МХО ветерандарын физик культура менән шөғөлләнеүгә әүҙемерәк йәлеп итергә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән яугирҙәргә әүҙем тормош алып барыу, турнирҙарҙа һәм ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн күберәк мөмкинлектәр асырға ярҙам итергә ҡушты. Һеҙгә лә был эшкә ҡушылырға тәҡдим итәм. Ассоциация советының киләһе ултырышында ошо мәсьәләне тикшерәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Осрашыу аҙағында Оскар Ситдиҡов Республика Башлығына остазлыҡ һәм Башҡортостандың идара итеү командаһында эшләү, тыуған төбәкте үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашыу мөмкинлеге биргән өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас