Тыл ныҡлы булғанда

Алғы һыҙыҡта еңеүгә ышаныс ҙур

Тыл ныҡлы булғандаТыл ныҡлы булғанда
Тыл ныҡлы булғанда

Мәләүез районының Салауат исемендәге хужалыҡ етәксеһе Рәмис Иманғолов, тиҫтә йыл ғүмерен илде һаҡлауға арнаған кеше булараҡ, махсус хәрби операциялағы хәлдәрҙе барыһын да йөрәгенә яҡын ҡабул итә, ярҙамынан өҙмәй.

Бер ай элек кенә ирекмән Азамат Рафиҡов менән, ауыл биләмәһе менән йыйған гуманитар ярҙамды яугирҙәргә илтеп тапшырып ҡайтты. Улар араһында  хужалыҡтың “Нива” машинаһы ла бар, өҫтәп 400 мең һумға дрондарҙы тота торған реп-станция һатып алғандар. “Тәүге реп станцияны 750 мең һумға хужалыҡ иҫәбенә һатып алғайныҡ.  Яралыларҙы ташый торған техникаға ҡуйғандар ине, әле һаман да хеҙмәт итә , - тип һөйөнә Рәмис Миҙхәт улы. Уҡыусылар йыйған гуманитар ярҙам, ирекмән апай-инәйҙәр үргән маскировка селтәрҙе лә яугирҙәр ҡыуанып көтөп ала. Тыуған яҡ хәбәрен килтергәндәрҙе күптәр танып тора, яҡташтары туғандарын ҡаршылағандай көтөп ала, улар ауырлыҡтарға зарланмай, барыһының да кәйефе ыңғай. Белгород, Брянск яғына барған юлдарҙы өйрәнеп, таҡырайтып бөткән илһөйәр  егеттәр: ил сигенә тиклем тәүлек эсендә лә барып еткәне булған.

Баш инженер вазифаһында хеҙмәт юлын башлаған Рәмис Миҙхәт улы менән таныштырғанда, заманында Салауат исемендәге хужалыҡты етәкләгән Сибәғәт Ғәйнуллин уның эшлекле сифаттарына баҫым яһағайны. Бөгөн һәр кемдең илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын, яугирҙәрҙең имен-аман тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуын көткән осорҙа, Рәмис Иманғолов аграр өлкәләге хужалыҡ дилбегәһен дә тарта, еңеү көнөн яҡынайтыу, юғалтыуҙар әҙ булһын дә өсөн ҡулынан килгәндең барыһын эшләй.

Тыл ныҡлы булғанда
Тыл ныҡлы булғанда
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас