

Бөрйән районындағы һәр ойошма-предприятие, барлыҡ ауыл биләмәләре, битараф булмаған барса халыҡ махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙ өсөн гуманитар ярҙам туплау эшендә ихлас ҡатнаша.
– Ошо рәүешле бөрйәндәр еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә, – тип хәбәр итте социаль селтәрҙәге сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин.
Етәксенең әйтеүенсә, үткән апрель, май айҙарында урындағы халыҡ тарафынан йыйылған гуманитар ярҙам махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарына уңышлы алып барып тапшырылған. Был эште район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин Ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев, Ҡолғана ауылы хакимиәте башлығы Илшат Ҡолбирҙин, водителдәр Рәмил Минһажев һәм Рөстәм Яхин һәм башҡалар менән бергә атҡарған, уларға яугирҙәр ҙә, урындағы халыҡ та рәхмәт һүҙҙәрен еткергән.
– Тиҙҙән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылауҙы ебәрергә йыйынабыҙ. Ул башлыса егеттәрҙең һорауҙары буйынса туплана. Мәҫәлән, Әбделмәмбәттән, ауылдаштары ярҙамында әҙерләп, Йыһанур Шәмиғолов һәм Азат Ғәбиҙуллин УАЗ автомашинаһы, мотоцикл тапшырған. Ырғыҙлы, Иҫке Мөсәт ауылдары халҡы берәр күсермәле мунса әҙерләгән. Ырғыҙлылар икенсеһен дә эшләй башлаған.
Ҡолғана ауылынан гуманитар ылау йыйыу пунктына күсермәле мунса алып килгәндәр. Төп эштәрен Радик Вәлиев менән Фәнис Ғәйнисламов башҡарған. Район халҡының дәррәү ярҙамы менән ике дрон детекторы, ике тепловизор алынған. Шулай уҡ ярҙам йөҙөнән газ баллондары, бензин менән эшләй торған генераторҙар, маскировкалау селтәрҙәре һәм яугирҙәргә кәрәкле башҡа әйберҙәр йүнләп ташырған изге күңелле райондаштарҙың барыһына ла рәхмәт. Гуманитар ярҙам туплауҙа ҡатнашҡан һәр кем үҙенең иғтибары, хәстәрлеге менән МХО-лағыларҙың рухын күтәрергә, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә, – тип белдерҙе район хакимиәте башлығы.
Фотолар Р. Абдуллиндың сәхифәһенән.