

Башҡортостанда кадрҙар резервын әҙерләүҙең яңы этабына старт бирелде. Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Секретары Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторолған “Башҡортостан Геройҙары” программаһында ҡатнашыусылар партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһендә уҡый башланы. “Башҡортостан Геройҙары” кадрҙар проектында ҡатнашыусылар өсөн белем биреү модуле “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһендә старт алды
“Берҙәм Рәсәй”, проекттың партнеры булараҡ, уның МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән белем биреү составын – өс модулле тематик программаны тәьмин итә.
Уҡыу барышында ҡатнашыусылар бөтә кимәлдәге партия майҙансыҡтары эшен үҙләштерә аласаҡ, граждандар менән диалог төҙөргә һәм уларҙың мәнфәғәттәрен яҡларға өйрәнәсәк, социаль проекттарҙы ойоштороуҙа белемдәрен тәрәнәйтәсәк һәм биләмәләр менән идара итеүҙә заманса алымдар менән танышасаҡ. Программа тәжрибәле сәйәсмәндәрҙән һәм эксперттарҙан интерактив лекциялар һәм тренингтар, шулай уҡ иң ҡыҙыҡлы йүнәлештәрҙе һайлау йәки тулы курс үтеү мөмкинлеген үҙ эсенә ала.
“Башҡортостан Геройҙары” программаһы Рәсәй Президенты башланғысы менән ойошторолған “Геройҙар ваҡыты” федераль проектының дауамы булып тора. Ул МХО ветерандарына дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, шулай уҡ республика предприятиеларында лайыҡлы урын алыу өсөн яңы белем һәм күнекмәләр алырға ярҙам итәсәк. “Берҙәм Рәсәй” инициативаһы ваҡытлы һәм кәрәкле. Партия менән хеҙмәттәшлек яҡлаусыларға үҙ потенциалын тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле белем һәм күнекмәләр алырға мөмкинлек бирәсәк”, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте мәсьәләләре Буйынса Идаралығы начальнигы Татьяна Саенко.
“Алған белемдәр ветерандарға тыныс тормошта үҙҙәренең уникаль тәжрибәһен һөҙөмтәле файҙаланырға, йәмғиәткә уңышлы ҡушылырға һәм Башҡортостанға файҙа килтерергә ярҙам итер, тип ышанам”, – тип белдерҙе “Башҡортостан Геройҙары" Йәмәғәт советы ағзаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Артур Ғәлиев.
"Беҙҙе, фронтты үткәндәрҙе, онотмағандарын аңлау мөһим. Хәстәрлек һәм һәр яҡлап ярҙам тойола. Был программа, айырыуса беҙҙең менән эшләгән эксперттарҙың кимәлен иҫәпкә алып, алға барыу өсөн реаль мөмкинлек, тип ышанам. Бындай тәжрибә алыу – баһалап бөткөһөҙ”, – тип аңлатма бирҙе Дәүләкәндән махсус операция ветераны Эрик Фатиев.
"Был программала ҡатнашыусылар – МХО сиктәрендә әүҙем гражданлыҡ позицияһы, Ватанға тоғролоҡ күрһәткән республикабыҙ халҡы. Һәм ҡатнашыусыларҙан партия майҙансығында “Берҙәм Рәсәй” халыҡ программаһы проекттарын тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушылыу теләге һәм һорауы бар. Кисә улар ватанды ҡулдарына автомат тотоп яҡланы, ә бөгөн беҙ уларҙы граждандарыбыҙҙың мәнфәғәттәрен яҡлауҙы дауам итергә әҙерләйбеҙ”, – тине “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов.
Төбәк бүлексәһенең яҡын пландарында практик дәрестәр, кейстарҙы тикшереү, оҫталыҡ дәрестәре һәм партия проекттары командаларында стажировка үтеүҙе үҙ эсенә алған өҫтәмә модулдәр үткәреү. Проектта ҡатнашыусылар республиканы үҫтереү өҫтөндә эшләгән фекерҙәштәр берләшмәһенә инә ала.
Сығанаҡ һәм фото: https://panoramarb.ru/news/care/2025-06-17/dan-start-obuchayuschemu-proektu-dlya-polufinalistov-geroev-bashkortostana-4279387?ysclid=mc3gw2swm19850877