Еңеүҙе яҡынайта Бөрйәндәр

Был ылауҙы ойоштороуҙа, йыйыуҙа Әбделмәмбәт, Ырғыҙлы, Иҫке Мөсәт һәм Ҡолғана ауылдары халҡы әүҙем ҡатнашҡан

Еңеүҙе яҡынайта БөрйәндәрЕңеүҙе яҡынайта Бөрйәндәр
Еңеүҙе яҡынайта Бөрйәндәр

Махсус хәрби операция биләмәһенә Бөрйән районы халҡынан сираттағы гуманитар ярҙам барып етте. Кәрәк-яраҡ әйберҙәр һәм дисктар, Шевроле Нива автомашинаһы өсөн тәгәрмәстәр, яугирҙәрҙең һорауҙары буйынса һатып алынған.    

– Ярҙам йыйыуҙы ойоштороуҙа ҡатнашҡаны өсөн Рәмил Ҡолбаевҡа, Айгиз Шәриповҡа, Айнур Юлсуринға, ауыл биләмәләре башлыҡтарына һәм изге эшкә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. “Таң” редакцияһы водителе Иршат Сәйетбаталовҡа айырым рәхмәт, ул инде бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә ярҙам алып барҙы, – тип белдерҙеләр Бөрйән район хакимиәтенән.

Әлеге ваҡытта, район халҡы яу ҡырындағы яҡташтары өсөн сираттағы гуманитар ылауҙы оҙатыу өҫтөндә. Район башлығы Рәмил Абдуллин хәбәр итеүенсә, яугирҙәрҙең ғаризаһы буйынса алғы һыҙыҡҡа ебәрелергә “УАЗ” автомобиле, мотоцикл, мобиль мунсалар әҙер. Шулай уҡ битараф булмаған халыҡ ярҙамында дрон детекторҙары һәм тепловизорҙар һатып алынған. Был ылауҙы ойоштороуҙа, йыйыуҙа Әбделмәмбәт, Ырғыҙлы, Иҫке Мөсәт һәм Ҡолғана ауылдары халҡы әүҙем ҡатнашҡан.

         – Махсус операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт. Һеҙ иғтибарығыҙ һәм хәстәрлегегеҙ менән уларҙың рухын күтәрәһегеҙ, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итәһегеҙ, – тип яҡташтарына рәхмәт белдерҙе Рәмил Миңлеәхмәт улы.

Фотолар: Бөрйән район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Еңеүҙе яҡынайта Бөрйәндәр
Еңеүҙе яҡынайта Бөрйәндәр
Еңеүҙе яҡынайта Бөрйәндәр
Еңеүҙе яҡынайта Бөрйәндәр
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас