

Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Салауат Фәтҡуллин билдәләүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттар бурыстарын намыҫ менән башҡара, тыныс күгебеҙ һәм аяҙ таңдарыбыҙ өсөн ғүмерҙәрен аямай дошман менән алыша.
– Махсус хәрби операциялағы һалдаттарҙың ғаиләләренә төрлө яҡлап ярҙам итәбеҙ, был тәңгәлдә бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар ҙа, аңлашылмаусанлыҡтар ҙа юҡ, – тип һөйләй Салауат Факил улы. – Яугирҙәргә ярҙам – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Күптәр, баҫалҡылыҡмы был, әллә һораныуҙан йыраҡ тороумы, мөрәжәғәт итеп бармай, быға хоҡуҡтары булған осраҡта ла. Уның ҡарауы, беҙҙә исемлек тулы алып барыла.
Ысынлап та, илебеҙҙә, шул иҫәптән, республикабыҙҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың барыһы ла дәүләт тарафынан тос ярҙам ала. Мәҫәлән, Ҡыйғы районы етәкселеге "Урыҫ" позывнойлы һалдаттың ғаиләһен дә ярҙамдан өҙмәй.
Әйткәндәй, ирекмән Ирина Николаеваға Салауат Фәтҡуллин тантаналы шарттарҙа иренә тәғәйенләнгән "Ҡаһарманлыҡ өсөн" миҙалын тапшырған. Ә Ирина ханым үҙе "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ҡатыны" тигән миҙал менән бүләкләнгән.
Фото: Юлиә Фазлиәхмәтова.