

Ире махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир ҡатыны, һөйгәнен тыуған көнө менән ҡотлау өсөн, тәүәккәллек ҡылып, алыҫ юлға сыға. Был хаҡта Благовещен районы хакимиәте башлығы Анна Карабанова хәбәр итә.
Ирина тормош иптәшенән уның өсөн генә түгел, ә иптәштәре өсөн дә нимә килтереү кәрәклеге хаҡында белешә. Туғандары, күрше-күләне, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, дәррәү килеп, яугирҙәргә күстәнәс әҙерләүгә тотона. “Һалдатҡа тәмле сәләм” тигән акция ойошторалар. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, гигиена саралары туплана. Ә “Берегиня” ирекмәндәре маскировка селтәрҙәре, ҡоро душ һәм башҡа кәрәк-яраҡтар килтерә.
– Тәүҙә сәфәрҙең барып сығырына ышанманыҡ – юлдаш табылманы. Ирекмән Алексей Арефьев бөтә эштәрен ташлап, мине оҙатып барырға булды, – ти шатланып Ирина.
Сәфәр уңышлы һәм тиҙ тамамлана. Район етәксеһе әйтеүенсә, Ирина үҙе - әүҙем ирекмәндәрҙең береһе. “Лукоморье” балалар баҡсаһында эшләгән хеҙмәттәштәре менән дрондарға запчасть алыу өсөн 70 мең һум аҡса йыялар. Был аҡсаны улар үҫентеләр һатып эшләй.
Фото: Анна Карабаеваның телеграм-каналы.