

Белорет районы махсус хәрби операцияға – Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Курск өлкәләренә гуманитар ярҙам алып барҙы.
Район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов етәкселегендәге төркөм Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһында шефлыҡҡа алынған мәктәптә булды, балаларға бүләктәр бирҙе. Шулай уҡ Луганск госпиталенә, “Башҡортостан” полкына гуманитар ярҙам тапшырҙылар.
– Курск өлкәһендә “Мэрҙар мәктәбе” буйынса төркөмдәшем – Железногорск ҡалаһы башлығы Александр Валентинович Михайлов менән осраштым. Беҙҙе бында бик йылы ҡабул иттеләр, тағы килегеҙ тип саҡырҙылар. Үҙенсәлекле экспонаттары булған музейҙарын күрһәттеләр. Белоретта ошондай уҡ махсус хәрби операция музейы булдырыу фекере тыуҙы. Беҙгә Рәсәй һәм НАТО илдәренең фронт һыҙығынан ҡорал өлгөләре, башҡа ҡыҙыҡлы экспонаттар менән ярҙам күрһәтергә вәғәҙә иттеләр.
Александр Валентинович Курск ерендә хеҙмәт иткән Белорет яугирҙәренә гуманитар ярҙамды тапшырыуҙа ла ярҙам тәҡдим итте. Беҙҙең бындағы егеттәрҙе белә, улар менән бәйләнештә, бөтә посылкалар үҙ адресаттарын табасаҡ. Александр Валентиновичҡа ҙур рәхмәт, “Мэрҙар мәктәбе”нә илдең төрлө мөйөштәренән килгән кешеләрҙе берләштергән, беҙҙең шундай иҫ киткес дуҫтарыбыҙ булған өсөн рәхмәт, – тине Азат Салауат улы.
Әйткәндәй, Белорет ҡалаһы һәм районы халҡы предприятиелар, ойошмалар, эшҡыуарҙар менән бергә быйыл өсөнсө гуманитар конвой ойошторған.
Яугирҙәр автомобиль тәгәрмәстәре, металл, ағас материалдар килтереүҙәрен һораған. Белорет халҡы ярҙамында ике миллион һум аҡса йыйылған. Был суммаға яңы кросс мотоциклы, яҡшы квадрокоптер, биш дрон, бензобысҡы, генераторҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алғандар.
Махсус хәрби операция биләмәһенә “Быть добру” төркөмө әүҙемселәре менән бергә барғандар.
“Уларға гуманитар ярҙам йыйыу ойошторғандары өсөн ҙур рәхмәт. Битараф булмаған бөтә кешеләр алдында баш эйәм. Гуманитар ярҙамды тейәүҙә ярҙам иткәндәргә айырым рәхмәт, сөнки улар 15 тонна самаһы йөктө урынлаштырырға ярҙам итте”, – ти район етәксеһе.
Фото: Азат Хәкимовтың Телеграмдағы сәхифәһенән.