Рус, башҡорт, татар, сыуаш, мариҙы "джи" берләштергән

Ауыл кешеһе өсөн әле тынғыһыҙ мәл. Баҡсаһында, ихатаһында эш етерлек. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йәйге осорҙа ла клубта эш тынмай.  

Рус, башҡорт, татар, сыуаш, мариҙы "джи" берләштергәнРус, башҡорт, татар, сыуаш, мариҙы "джи" берләштергән
Рус, башҡорт, татар, сыуаш, мариҙы "джи" берләштергән

Махсус хәрби операциялағы һалдаттарға ярҙамға ауылдарҙағы ябай халыҡ дәррәү күтәрелде. Был Миәкә районының Садовый ауылы өлгөһөндә лә асыҡ сағыла. Ошо маҡсатта ауыл мәҙәниәт йортонда “Тынғыһыҙ йөрәктәр” берләшкән.  Уларҙың тырышлығы менән төрлө ҙурлыҡтағы "джи" биҙәкле 75 маскировка селтәре үрелеп махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылған.

Был ауылда 500-гә яҡын кеше йәшәй, уны  төрлө милләт  халҡы төйәк иткән: рустар, башҡорттар, татарҙар, сыуаштар, мариҙар һәм башҡа милләт вәкилдәре үҙ-ара татыу ғүмер итә. Махсус хәрби операция улар араһында дуҫлыҡты тағы ла нығытты, ти клубтағы  мәҙәни сараларға яуаплы, шул уҡ ваҡытта һалдаттарыбыҙға ярҙам ойоштороуҙың башланғысында булыусы замандашыбыҙ  Илфира Хәзиева.

– Үҙем 10 йыл балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләнем. Махсус хәрби операцияға юлланыусы яугирҙәр араһында сабый саҡтарынан  үҙем ҡарап, тәрбиәләп үҫтергән егеттәр бар. Уларға нисек тә ярҙам иткем, хәлдәрен еңеләйткем килде. Ошо маҡсат менән ирекмәнлек эшенә тотондом.

Район үҙәгендәге китапханала маскировка селтәре үреү буйынса эш башланғайны. Уларға барып өйрәнеп ҡайттым. Ниәтемде ауыл биләмәһе башлығы Илдар Заһиҙуллинға әйткәс, был уйҙы ул да күтәреп алды. Тиҙ арала селтәр үреү өсөн станок булдырылды.

Ауылыбыҙҙағы китапханасы Елена Сотникова менән башлап алып киттек һәм артабан клубыбыҙҙағы “Байрам”, “Сударушка” тигән башҡорт, рус фольклор коллективтары, “Ләйсән” татар вокал ансамбленә  йөрөүсе апайҙар ҡушылды.

Әлбиттә, өйрәнеп китеүе ауыр булды. Шулай ҙа һынатманыҡ. Хәҙер күпкә оҫтарҙыҡ, 3х6 ҙурлығындағы ике селтәрҙе апайҙарыбыҙ бер көн эсендә үрә, – тип һөйләне Илфира Ғәбделхай ҡыҙы.

Ауыл халҡы һалдаттарға ихлас ярҙамға тотона. Ағас оҫтаһы Анатолий Антонов тағы ла бер станок эшләп биргәс, эш тағы ла йәнләнеп китә. Һуңынан таҫманы киҫә торған станок та барлыҡҡа килә. Материалды ла хәҙер көтөп ултырмайҙар, халыҡ аҡса йыйыу менән туранан-тура заказ бирәләр һәм эш тотҡарланмай.

–Беҙҙә халыҡ дәррәү. Хаҡлы ялдағылар пенсия алыу менән материал  өсөн аҡса ҡалдыра. Кемдер - мең, икенселәр ике мең һум аҡса бирә. Йәштәр ҙә ситтә ҡалмай. Ауылдаштарыма был йәһәттән рәхмәтебеҙ ҙур, – тип өҫтәне Илфира ханым. 

Район үҙәгендә ойошторолған “Еңеү өсөн” ойошмаһы аша махсус хәрби операцияға, госпиталдәге һалдаттарға ярҙам ебәрелә.  Аяҡ-ҡулдары өҙөлгән урындары өшөмәһен өсөн яралалыларға ойоҡтар бәйләп ебәргәндәр, яҡынса 30-40 пар ойоҡ оҙатылған. Медикаменттарҙы ла, туҡмасын да, башҡа тәмлекәстәрен дә хәстәрләп, ылау менән ебәргәндәр.  

Ауыл кешеһе өсөн әле тынғыһыҙ мәл. Баҡсаһында, ихатаһында эш етерлек. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һалдаттар тураһында онотмайҙар, клубҡа маскировка селтәре үрергә юлдары өҙөлмәй.

Яугирҙәр ошондай хәстәрлек тойғанда еңеү ҙә оҙаҡ көттөрмәҫ.

Фотолар: Клуб архивынан алынды.

Миәкә районы.  

 

 

 

 

 

 

Рус, башҡорт, татар, сыуаш, мариҙы "джи" берләштергән
Рус, башҡорт, татар, сыуаш, мариҙы "джи" берләштергән
Рус, башҡорт, татар, сыуаш, мариҙы "джи" берләштергән
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас