

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “БР Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең айырым категорияларына дәүләт ярҙамы тураһында”ғы законды аҙаҡҡы уҡыуҙа ҡабул итте. Документ республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса әҙерләнде.
Закон проекты менән республиканың хәрби журналистарына дәүләт ярҙамы ҡарала, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең, хәрби журналистика ветерандарының статусы билдәләнә, улар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн социаль гарантиялар билдәләнәсәк.
Һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандарына һәм хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә зыян күргән журналистарға түләүҙәр индереү планлаштырыла. Ярҙам сараларының аныҡ исемлеген республика Хөкүмәте билдәләйәсәк, тип асыҡлыҡ индерҙеләр парламенттың яҙғы сессияһының йомғаҡлау ултырышында.
Закон проекты сит ил агенттарына һәм улар менән аффилирланған кешеләргә, экстремистик енәйәттәрҙә ҡатнашҡан кешеләргә, коммерция баҫмалары хеҙмәткәрҙәренә һәм башҡаларға ҡағылмай.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов һүҙҙәренсә, Рәсәйҙең бер субъектында ла “кешеләргә дөрөҫ мәғлүмәт еткереү өсөн һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйған” киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы сараларын күҙ уңында тотҡан әлегә бындай закон юҡ.
Рөстәм Ишмөхәмәтов билдәләүенсә, махсус хәрби операция һәм башҡа ҡыҙыу нөктәләрҙә эшләгән журналистарҙың хоҡуҡтарын нығытыу, хәрби журналист, хәрби журналистика хеҙмәткәре, Башҡортостандың хәрби журналистика ветераны статусын билдәләү һәм дәүләт ярҙамы сараларын билдәләү мөһим. Социаль гарантиялар һәләк булған хәрби журналистарҙың ғаилә ағзалары өсөн дә ҡаралған.
– Башҡортостан Республикаһының “Хәрби журналистика ветераны” таныҡлығы индерелә, ул дәүләт ярҙамы сараларына тап килеүҙең документаль нигеҙе булып тора. Бөгөн республиканан 11 киң мәғлүмәт сараһы хеҙмәткәре редакцияларҙың йөкләмәләрен үтәү өсөн махсус хәрби операция үткәреү зонаһына ебәрелгән. Әгәр журналистың дөйөм эш күләме 60 көндән ашыу тәшкил итһә, ул саҡта, тимәк, ул был закондың мөмкинлектәренә инә. Әлбиттә, Башҡортостан Республикаһы бюджетынан сығымдар талап ителәсәк, – тип белдерҙе Рөстәм Ишмөхәмәтов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында.
Фото: Вәдүт Исхаҡовтың сәхифәһенән.