Мишкәлә “Ер ҡото” фестивале үтте

Һәр кем үҙен борсоған мәсьәлә менән мөрәжәғәт итеп, һорауҙарына яуап таба.

Мишкәлә “Ер ҡото” фестивале үттеМишкәлә “Ер ҡото” фестивале үтте
Мишкәлә “Ер ҡото” фестивале үтте

Мишкә районында дүртенсе төбәк-ара “Ер ҡото” патриотик этно-мәҙәни фестиваль ойошторолдо. Бында ял итеүгә лә, МХО яугирҙәре һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам ойоштороуға тәғәйенләнгән дә майҙансыҡтар ойошторолдо.

Мишкә ауылындағы тантаналы мөхиттә хәрби форма кейгән тиҫтәләрсә ир-егет, уларҙың бәхетле әсәләре, ҡатындары һәм балалары ҡатнашты. Бындағы “Ер ҡото” патриотик фестивале Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы ярҙамында ойошторолдо. Унда тотош республиканан ҡунаҡтар килде.

Махсус хәрби операция яугирҙәре ғаиләләренең ағзаларына хоҡуҡи, психологик һәм медицина ярҙамы күрһәтелә. Һәр кем үҙен борсоған мәсьәлә менән мөрәжәғәт итеп, һорауҙарына яуап таба. Мәҫәлән, фестиваль барышында ойошторолған уҡытыу программаларында ҡатнашыусылар эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге мөмкинлектәр тураһында мәғлүмәт белде. Тыуған яҡҡа ҡайтҡас, МХО яугирҙәре элекке күнегелгән тормош рәүешенә ҡайтһын, үҫешә алһын – фестивалде ойоштороусыларға ошо мөһим.

“Бындай сараларҙы йышыраҡ ойошторорға кәрәк, был МХО биләмәһенән ҡайтҡан кешеләргә үҙҙәрен яу яланында түгел, ә өйҙәге кеүек тойорға ярҙам итер”, – ти МХО-ла ҡатнашыусы Сергей Ғәйнуллин.

Фестиваль барышында яугирҙәргә дәүләт награлары тапшырылды: “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары, Шайморатов ордендары һәм Суворов миҙалдары үҙ эйәләрен тапты. МХО-ла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыусылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

Фестиваль авторы һәм етәксеһе, “Ватан һаҡсылары” фондының БР буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, бында ҡатнашҡан бөтә гражданлыҡ йәмғиәте институттарының төп маҡсаты – МХО-ла ҡатнашҡан һәр яугиргә һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү.

“Ер ҡото” фестивале республикала инде дүртенсе йыл ойошторола. Һәр сара халыҡтың берҙәмлегенә, МХО яугирҙәренә ярҙам күрһәтергә әҙерлегенә сағыу миҫал булып тора.

Мәғлүмәт: bash.news/news/...

Фото: https://mgazeta.com

Мишкәлә “Ер ҡото” фестивале үтте
Мишкәлә “Ер ҡото” фестивале үтте
Мишкәлә “Ер ҡото” фестивале үтте
Мишкәлә “Ер ҡото” фестивале үтте
Мишкәлә “Ер ҡото” фестивале үтте
Мишкәлә “Ер ҡото” фестивале үтте
Мишкәлә “Ер ҡото” фестивале үтте
Мишкәлә “Ер ҡото” фестивале үтте
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас