Һәр береһе менән ғорурланабыҙ

Улар бер тармаҡта ла һынатмай. 

Һәр береһе менән ғорурланабыҙҺәр береһе менән ғорурланабыҙ
Һәр береһе менән ғорурланабыҙ

Махсус хәрби операция хәрбиҙәре – даими иғтибар үҙәгендә. Хөкүмәт кәңәшмәләрендә лә улар йыш ҡунаҡ. Һәр ултырыш һайын тиерлек Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уларҙың иң-иңдәренә наградалар тапшырып тора.

Бөгөн дә ике хәрби – Вячеслав Булавинцев менән Денис Тоҡомбәтов генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.

Денис Тоҡомбәтов – хәрби хеҙмәткәр. Ул республикаға ярҙам өсөн рәхмәт әйтте һәм йөрәге типкән саҡта, тыуған илде яҡлаясаҡмын, тине.

"Миндә булған бөтә нәмә – республикамдың, тыуған Башҡортостанымдың, ата-әсәйемдең, илебеҙҙең ҡаҙанышы. Етенсе кластан Ишембай кадет корпусында тәрбиәләндем. Мине дөрөҫ юлға йүнәлткән бөтә тәрбиәселәргә рәхмәтемде белдерәм. Һуңынан мин Рязань гвардия юғары һауа-десант команда училищеһын тамамланым, унда мине Ватанды яратырға, антҡа һәм хәрби бурысыма тоғро булырға өйрәттеләр. Уҡыуҙы тамамлау менән МХО-ға юлландым. Әле беҙ әсәйҙәребеҙҙең, ҡатындарыбыҙҙың, балаларыбыҙҙың йорттары өҫтөндә тыныс күк йөҙө булһын өсөн алышабыҙ, – тине ул.

Шулай уҡ Радий Фәрит улы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистарын “Алтын битлек” милли театр премияһындағы уңыштары менән ҡотланы.Билдәле булыуынса, быйыл беҙҙең төбәк бер юлы алты награда алды.

"Был - республикабыҙ өсөн рекорд. Быға тиклем республика театрҙары бер ҡасан да был тиклем күләмдә премиялар яуламаған. Быйыл Ҡурсаҡ театры артисы Айрат Әхмәтшин “Театр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн“ махсус премияһын алды ла инде. Шулай итеп, 2025 йылда беҙҙә ете „Алтын битлек“ бар. Был – мәҙәниәтебеҙҙең ысын триумфы һәм коллективтарыбыҙҙың юғары оҫталығын таныу”, — тине Радий Хәбиров.

Ул шулай уҡ артистарға юғары дәүләт нарадалары тапшырҙы.

Һәр береһе менән ғорурланабыҙ
Һәр береһе менән ғорурланабыҙ
Һәр береһе менән ғорурланабыҙ
Һәр береһе менән ғорурланабыҙ
Һәр береһе менән ғорурланабыҙ
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас