

Республиканың гуманитар ярҙамы конвойы менән белореттар махсус хәрби операция биләмәһенә ике авотомобиль оҙатты.
“УАЗ” буханкаһының үҙ тарихы бар. Инйәр ауылында йәшәгән Денис Сөнәғәтов был автомобилде металл онтоҡтарын ҡабул итеү пунктында күрә. Кемдер уны 25 мең һумға тапшырған. Денис автомобилде һатып ала, иптәштәре менән бергә ремонтлай. Район хакимиәте ярҙамында 2022 йылдан алып махсус операция биләмәһендә хеҙмәт иткән туғанына ебәрә. Әйткәндәй, ул яугир ҙә Инйәр ауылынан.
Магнитогорск ҡалаһынан Олег Ионов “ГАЗ-66” маркалы машинаһын махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан дуҫтары өсөн тапшыра. Ҡасандыр был машинаны һунар өсөн уның иптәше һатып алған була, ә һуңынан Олегҡа бушлай бирә. Әйткәндәй, Олег бынан алдараҡ үҙенең "етенсе" жигулиһын махсус хәрби операцияға тапшырған.
Ирекмәндәр Белорет халҡы ярҙамында ике машинаны ла гуманитар ярҙам менән тейәп оҙатты.
Фото: скриншот.