“Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы башлана

2 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостан георойҙары” программаһы Йәмәғәт советының кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда проектты тормошҡа ашырыу һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙан идарасы кадрҙар әҙерләү мәсьәләләрен тикшерҙеләр.

“Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы башлана“Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы башлана
“Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы башлана

“Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы 21 июлдә башлана.

2 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостан георойҙары” программаһы Йәмәғәт советының кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар проектты тормошҡа ашырыу һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙан идарасы кадрҙар әҙерләү мәсьәләләрен тикшерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһын Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған “Геройҙар ваҡыты” федераль проектының дауамы булараҡ 2025 йылдың февралендә башлап ебәрҙеләр. Унда әлеге мәлдә алышҡан һәм демобилизацияланған МХО яугирҙәре ҡатнаша.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Рәсәйҙең 40-тан ашыу төбәгенән ике мең ғариза алынған. Финалға 70 ҡатнашыусы һайлап алынған. Уларҙың һәр береһенә төбәк идара итеү командаһынан наставник беркетелгән, ниндәй тармаҡта эш итеүен яугир үҙе һайлай.

-Программа МХО-ла ҡатнашыусылар араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Проектҡа ҡушылырға теләүселәр һаны буйынса ошоға оҡшаш программалар араһында илдә беренсе урынды алдыҡ. Был республикаға ышаныуҙары һәм уның үҫешенә үҙ өлөштәрен  индерергә әҙер булыуҙары тураһында һөйләй. Бөгөн иҡтисадта, социаль өлкәлә, дәүләт һәм муниципаль  идаралыҡта етәкселәр, компетентлы белгестәр, ышаныслы һәм маҡсатлы профессионалдар бик кәрәк. МХО ветерандары проект нигеҙендә яңы белем, команда эшенең мөһим оҫталыҡтарын үҙләштерә, фекерҙәштәре менән контакт булдырырға өйрәнә ала, - тине төбәк етәксеһе.

Башҡортостан Башлығы хәбәр итеүенсә, программаны тормошҡа ашырыу ҡағиҙәләрен контролдә тотоу, еңеүселәрҙе объектив билдәләүҙе тәьмин итеү өсөн “Башҡортостан геройҙары” программаһы йәмәғәт советы төҙөлгән. “Башҡортостан геройҙары” проектын тормошҡа ашырыу тураһында ентеклерәк Йәмәғәт советы секретары, республикала МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов һөйләне. Ул ресрублика етәкселегенә кадрҙар программаһына булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Был программа хәрбиҙәрҙең потенциалын асыҡларға һәм уларҙы Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешендә ҡатнаштырыуға йәлеп итергә  ярҙам итәсәк, тине ул. Ҡатнашыусыларҙың патриотлыҡ һәм яуаплылыҡ тойғоһо Башҡортостаныбыҙҙың һәм Рәсәйҙең сәскә атыуына  ныҡлы нигеҙ булырына ышанам, тип өҫтәне Оскар Ситдиҡов.   

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республика филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина ла “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеүҙәре тураһында һөйләне. Ҡатнашыуға ғаризаны фонд офисында рәсмиләштерергә мөмкин. Социаль координаторҙар хәрби хеҙмәткәрҙәргә документтар йыйыуҙа һәм әңгәмәгә әҙерләнеүҙә ярҙам күрһәткән.

 - Артабан да “Башҡортостан геройҙары” программаһына ярҙам итергә ниәтләйбеҙ. Унда ҡатнашыусыларҙы фонд эшенә һәм проекттарыбыҙға йәлеп итәсәкбеҙ, – тине Гөлнур Ҡолһарина.

 Республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе, республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Данияр Абдрахманов белем биреү блогын әҙерләү һәм уҡытыу системаһы тураһында һөйләне. Мәҫәлән, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн махсус курс булдырылған, ул бер йыллыҡ уҡыуға иҫәпләнгән көндөҙгө модулдәрҙе үҙ эсенә ала. Беренсе этап 21 июлдә Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркында башлана.

Башҡортостан Башлығы Ватан мәнфәғәтендә эшләргә әҙер булған хәрбиҙәрҙең киң даирәһе менән эшләү кәрәклеген билдәләне.

 – МХО яугирҙәре - иң мөһим кешеләр. Һәм беҙҙең маҡсат – уларҙың иң яҡшыларын етәксе вазифаларҙа эшләү өсөн әҙерләү, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров һәм программаға инмәгәндәр менән дә эш итеү кәрәклеген,  уларҙың шәхси сифаттарының һәм тәжрибәһенең бөтә ил өсөн бик мөһим булыуын билдәләне.

Фото: БР Хөкүмәте.

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас