

Илеш районы үҙҙәре ойошторған 32-се гуманитар ылауҙы махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә алып барып тапшырҙы.
Был ылауҙа Ришат Гәрәев тапшырған “Днепр” мотоциклын, иҫке “ВАЗ-2115” автомобилен һәм район халҡы аҡсаһына һатып алынған “Нива” автомобилен алып барғандар. Бынан тыш, Рәсүл Ялалов яҡташтарына рабица селтәрен тапшырған. Шулай уҡ гуманитар ылау составында дүрт бензогенератор, һигеҙ тактик ташыусы, аккумуляторҙар, маскировка селтәрҙәре, төҙөлөш ҡоралдары, “ҡоро душ"тар һәм башҡа күп нәмәләр йыйғандар.
– Вәғәҙә иткәнсә, Луганск өлкәһенең Красный Луч йүнәлешендәге яҡташтарыбыҙға гуманитар йөктө имен-аман алып барып тапшырҙыҡ. Һәр саҡ, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр менән осрашҡан һайын, уларҙың иҫ киткес рух көсөнә, батырлығына һәм сыҙамлығына хайран ҡалам. Улар бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар һәм хәүеф-хәтәр алдында баш эймәй, – тип фекерен уртаҡлашты Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин.
Илеш районы хакимиәте башлығы махсус хәрби операция биләмәһендә булғанда, мөмкинлекте файҙаланып, “Кэмл” ҡушаматлы яугирҙең түшенә Шайморатов генерал миҙалын таҡты.
– Иң ҡатмарлы мәлдәрҙә ул Ватанға һәм хәрби иптәштәре өсөн ысын тоғролоҡ нимә аңлата икәнен иҫбатлай. Уның ғәмәлдәре ысын батырлыҡ өлгөһө булып тора. Был награда – һинең батырлығыңдың лайыҡлы танылыуы”, – тине Илдар Мостафин награда тапшырғанда.
“Хәрбиҙәр Илеш районы халҡына ҙур һәм ихлас рәхмәтен белдерҙе. “Һеҙҙең гуманитар ярҙам – алғы һыҙыҡта баһалап бөткөһөҙ. Беҙҙең хаҡта һәр хат, һәр фекер көс өҫтәй. Һеҙ – беҙҙең ышаныслы тыл!” тип әйтеп ҡалдылар”, – тине район башлығы.
Илештәр МХО-нан буш ҡул менән ҡайтмаған – яугирҙәр артефакттар биреп ебәргән.
– Махсус хәрби операция биләмәһенән буш ҡул менән ҡайтманыҡ. Беҙҙең музейға яугирҙәр сираттағы артефакттарҙы тапшырҙы. Иҫәнбай ауылынан “Фреш" ҡушматлы яугир һаҡланыу плитәһе менән бронежилет, тулы комплектлы ике дарыу һауыты ебәрҙе. Ҡарабаш ауыл биләмәһенән “Борода” ҡушаматлы ирекмәне разгрузка, һаҡлыҡ шлемын һәм ҡаҙан тапшырҙы. Был әйберҙәр музей экспонаттары араһында урын аласаҡ, – тине Илдар Мостафин.
Фото: Илдар Мостафиндың сәхифәһенән.