

Республикабыҙҙың медицина хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операцияла булған яҡташтарыбыҙға даими ярҙам итә. Күптән түгел Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тишеренеү институты хеҙмәткәрҙәре гуманитар йөк ебәрҙе. Был – коллективтың туғыҙынсы тапҡыр гуманитар йөк оҙатыуы. Донецк Халыҡ Республикаһында эшләгән штурмлау бригадаһы медицина хеҙмәткәрҙәренә медикаменттар, төрлө кәрәкле дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар килтерелгән. Уларҙы Республика психотерапевтик үҙәге, Өфө ашығыс медицина ярҙамы, Республика периниталь үҙәге, район дауаханалары һәм башҡа медицина ойошмалары вәкилдәре туплаған. Туймазы үҙәк район дауаханаһының терапия бүлексәһе етәксеһе Михаил Павлов шәхсән үҙе ялы ваҡытында махсус хәрби операция зонаһына маскировкалау селтәрҙәрен, аҙыҡ-түлек, дарыу, башҡорт сәк-сәген һәм балын алып барған. Табип яугирҙәрҙе ҡараған, кәңәштәр биргән.
Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы.