Хоҡуҡи ярҙам аҙналығы үткәрелде

7 июлдән алып 13-нә хәтлем Башҡортостанда Ғаилә мәнфәғәттәрен яҡлау мәсьәләләре буйынса Бөтә Рәсәй аҙналығы үткәрелде

Хоҡуҡи ярҙам аҙналығы үткәрелдеХоҡуҡи ярҙам аҙналығы үткәрелде
Хоҡуҡи ярҙам аҙналығы үткәрелде

7 июлдән алып 13-нә хәтлем Башҡортостанда Ғаилә мәнфәғәттәрен яҡлау мәсьәләләре буйынса Бөтә Рәсәй аҙналығы үткәрелде.

Аҙналыҡ сараларында “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалының социаль координаторҙары ла  әүҙем ҡатнашты. Башҡортостан ҡалалары һәм райондарында халыҡты юридик мәсьәләләр буынса ҡабул итеүҙәр, социаль координаторҙар һәм социаль хеҙмәт белгестәре менән осрашыуҙар үткәрелде. Һөҙөмтәлә урындағы халыҡ 230 мәсьәлә менән мөрәжәғәт иткән, уларҙың яртыһынан ашыуына аңлатма бирелгән, ентекләп тикшереү талап иткәндәре контролгә алынған.

Бүздәк районында социаль координатор Гөлфиә Ғабдрафиҡоваға һәләк булған яугирҙең ғаиләһе мөлкәт мәсьәләре менән мөрәжәғәт иткән. Уларға ентекләп аңлатма бирелгән һәм артабан нимә эшләргә кәрәклеге буйынса план төҙөлгән. Ошонда уҡ социаль координатор “Шторм Z” хәрби компанияһының МХО-ла ҡатнашҡан яугиренә документтар төҙөргә һәм ғариза яҙырға ярҙам иткән. Бер айҙан ашыу элемтәгә сыҡмаған яугирҙең ғаиләһенә социаль координатор эҙләү картаһы төҙөргә булышлыҡ иткән. Гөлфиә Ғабдрафиҡова яугирҙең туғандарын буккал эпителий йыйыу өсөн үҙенең офисына саҡырған. Документтар һәм ДНК өлгөләре буйынса эш башланған да инде.

Баҡалы районында социаль координатор Анжела Алсыноваға МХО яугирҙәренең тол ҡатындары эшкә урынлашыуға ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Социаль координатор уларға яңы һөнәргә өйрәнеү һәм квалификацияны күтәреү мөмкинлеген аңлатҡан.

Фото: “Ватанды һаҡлаусылар” фонды.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас