

– Йыл ярым элек бер яралы һалдат үтенесе буйынса хеҙмәттәшем Любовь Евгеньевна Кудряшова менән тәүге тапҡыр госпиталгә барғайныҡ. Егеттәрҙе күреп, ундағы хәлдәрҙе аңлағас, гел улар янына тартылып торабыҙ, ситтә ҡала алмайбыҙ, сөнки ут эсенән имен сыҡҡан улдарыбыҙ, ҡустыларыбыҙ, яҡташтарыбыҙ беҙҙең ярҙамға мохтаж. Ирекмәндәр рәтенә Любовь Әхмәтова, Хөмәйрә Осипова ҡушылды. Үҙебеҙ хеҙмәт иткән предприятиебыҙҙа эшсе төркөм булдырҙыҡ, унда килеп тыуған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшәбеҙ һәм хәл итәбеҙ. Беҙгә яҡташыбыҙ Дамир Рәхимов һәр яҡлап ярҙам итә. 700-гә яҡын госпиталь салбары, 100-ҙән ашыу валик һәм яралыларға уңайлы түңәрәктәр теккән Юлия Балтаның әсәһе Людмила ла сығышы менән Башҡортостандан. Ул тегенсе ҡыҙын һәр яҡлап дәртләндерә, – тип һөйләй Лариса Өмөтбаева.
Башҡортостандан Санкт-Петербург ҡалаһындағы “Красный Октябрь” хәрби-сәнәғәт комплексында эшләгән яҡташтарыбыҙ госпиталдәрҙәге яралы яугирҙәргә булышлыҡ итеү өсөн “Ярҙам итәйек!” (“Поможем!”) ирекмәндәр төркөмөнә ойошҡан.
"Матди ярҙам күрһәтеү генә түгел, геройҙарыбыҙ өсөн хәстәрлек һәм йылылыҡ атмосфераһы булдырыу ҙа мөһим. Һәр беребеҙ был эшкә үҙ өлөшөн индерә, сөнки беҙ тик күмәкләп кенә Ватаныбыҙҙы яҡлаусылар өсөн күберәк эшләй алабыҙ, тип ышанабыҙ", – Лариса Руфғәт ҡыҙы.
Санкт-Петербург ҡалаһындағы яҡташтарыбыҙ ҡала госпиталдәрендә реабилитация үткән яугирҙәргә даими ярҙам итә. Кәрәккәндә улар аҡса йыйыуҙы ойоштора, ауыр яралыларға рухи яҡтан терәк булырға тырыша һәм уларҙы кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итә. Айырыуса улар башҡортостанлыларға иғтибарлы. Ситтә яҡташлыҡ тойғоһо бигерәк тә көслө була шул. "Дөйөм хирургияның тотош бер ҡатын алып барабыҙ, айырыуса яҡташтарыбыҙ менән еңел аралашып китәбеҙ. Беҙҙекеләр йөҙгә лә таныулы, айырылып тора бит ул", – тип һөйләй Лариса ханым.
“Красный Октябрь” предприятиеһында төҙөлгән ирекмәндәр төркөмө араһында Ғафури районынан Хөмәйрә Осипова, Күмертауҙан Любовь Егоровна Әхмәтова, Нефтекаманан Любовь Евгеньевна Кудряшова, Лариса цех начальнигы Юрьевна Шаталова (Санкт-Петербург), сифат хеҙмәте белгестәре һәм инженер-технологтар бар. Улар Башҡортостандан «Еңеү өсөн» хәйриә фонды аша ла яралыларға ярҙам итеүгә өлгәшә, үҙҙәренең дә сығымдары байтаҡ. Бал, ҡоймаҡ, тәмлекәстәр – былары инде айырыуса өй йылыһын, туғандарса хәстәрлекте тойҙора. Ғафури районы Ҡауарҙы ауылан Азат Шамил улы Исмәғилев йыл һайын яугирҙәргә бал килтерә.
Ирекмәндәр Мәләүез яугире Илһамға "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" фонды аша бушлай коляска алырға ярҙам иткән. Айырыуса Илдарҙың, “Братишка” позывнойлы яугирҙең, ошо изгелекле кешеләр ярҙамында яңынан аяҡҡа баҫып атлап китеүенә ҡыуаныу онотолмаҫлыҡ булып хәтерҙәренә уйыла. Баймаҡтан “Ҡояш”, Өфө ҡалаһынан “Пустой”, Ишембайҙан Ирек, позывнойы “Дым”, Учалынан – Айрас, Иглиндән – Руслан, Балтастан – Слава, Алмаз, Нефтекамсктан – Валентин, Бүздәктән – Руслан, Нуримандан - Филүс... Был теҙмәне күпкә дауам итергә була. “Русландың документтары янып юҡҡа сыҡҡайны. Ғаиләһен эҙләп таптыҡ. Ошондай осраҡтар булғанда, хакимиәттәргә мөрәжәғәт итәбеҙ”, – ти Лариса Руфғәт ҡыҙы.
Һәр береһенә күңел йылыһы биреп, һауыҡҡандан һуң иҫтәлеккә фотолар төшөп оҙаталар ирекмәндәр егеттәрҙе. Ҡайһыларын – өйҙәренә, ҡайһыларын – алғы һыҙыҡҡа... Үҙҙәре менән таныш яугирҙәрҙең батырлығы хаҡында ишетеп, сикһеҙ ғорурлыҡ кисерәләр.
...Ғафури районы Еҙем-Ҡаран егете Илнар Вәлеев, яраланғас, бер өйгә шыуышып бара. “Ярай унда һыу бар ине, шул ҡотҡарҙы”, – ти егет. Ә урындағы халыҡ өс көндән генә яралы һалдат хаҡында белеп ҡала һәм аҙыҡ ташый башлай. Өйҙәгеләргә уның һәләк булыуы хаҡында хәбәре китә. Лариса апрелдә Башҡортостанға, Ҡауарҙы ауылына ҡайтҡанында егеттең әсәһен эҙләп таба. Баҡтиһәң, Илнарҙың ата-әсәһе менән Ларисаныҡылар дуҫ булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Илнар аяғын юғалта. Мәскәүҙә санаторийҙа ял иткәндән һуң, әлеге ваҡытта өйөнә ҡайтарылған.
Ирекмәндәр үҙҙәре менән Миәкә районынан Дамир Лотфулла улы Рәхимов булыуына һөйөнә. Уның кешеләр менән тиҙ аралашып, күп танышлыҡтар булдырыу һәләте мәсьәләрҙе ваҡытында хәл итергә мөмкинлек бирә.
Ирекмәндәр төркөмөнөң бығаса башҡарылған эштәренә байҡау яһап, шуны әйтергә була: Ватанды һаҡлаусы егеттәребеҙгә һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булып ойошҡан улар. Госпиталдәр бер ерҙә генә түгел, ҡаланың бер осонан икенсе осона тимәй, кәрәкле әйберҙәрҙе үҙ аҡсаларына алып, улар яугирҙәр янына ашыға. Егеттәр уларҙың хәстәренән терелә, тиҙерәк аяҡҡа баҫа.
“Яугирҙәрҙең рәхмәт хаттарынан тотош китап яҙырға була”, – ти Лариса ханым. Һәр һалдатты ул яҡшы белә, һөйләшкәндә, уларҙың яҙмышы менән дә ҡыҙыҡһына, туғандары менән дуҫлашып китә, улар менән дә ныҡлы бәйләнеш булдырыла. Госпиталдән ҡайтҡас та әле яугирҙәр уның менән аралашыуҙы өҙөп ҡуймай, дуҫлыҡ дауам итә.
Санкт-Петербург һәм Башҡортостан ирекмәндәре үҙҙәрендәге госпиталгә эләккән яралылар өсөн маҡтаулы эштәр башҡара. Уларҙың өлгөһө башҡаларҙы ла хәстәрлек һәм теләктәшлек күрһәтергә рухландыра. Бергәләп кенә бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығабыҙ һәм үҙебеҙҙең тормошобоҙҙоң мәғәнәһен кешеләргә изгелек ҡылыуҙа күрәбеҙ, тиҙәр улар.
Һүрәттәрҙә: Лариса Өмөтбаева.
Лариса Өмөтбаева, Любовь Кудряшова, Любовь Әхмәтова Өфөнән “Пустой” позывнойлы яугир менән.
Ирекмән ҡыҙҙар "Ҡояш" позывнойлы яугир менән.
Лариса Өмөтбаева Еҙем-Ҡаран егете Илнар Валеев менән.
Ишембай егете Ирек менән.
Дамир Рәхимов госпиталдә.
“Был төркөмдәгеләрҙең бишәүһе – Башҡортостандан!” – ти Лариса.