

Берҙәмлек тантана иткәндә генә Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ. Бөгөн ошо һүҙҙәр барыбыҙға ла ҡағыла.
Әйткәндәй, Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар йөк алып барып ҡайтты.
– Еңеү тап ошонан башлана ла инде – кешеләрҙең ҡулынан, йөрәктәренең йылыһынан, ғөмүмән, өҙлөкһөҙ ярҙамдан, ил һаҡсылары өсөн сираттағы гуманитар ярҙамға барыһы ла тос өлөш индерҙе, рәхмәт уларға, – тип һөйләй Дәмин Марат улы.
Хакимиәт башлығының һүҙҙәренә ҡарағанда, һалдаттарға ярҙам махсус хәрби операция тамамланғансы дауам итәсәк.
– Махсус хәрби операцияла яҡташ һалдаттарыбыҙға кәрәк-яраҡты алып барып тапшырҙыҡ, шатлыҡтары сикһеҙ, иң мөһиме, барыһының да кәйефе күтәренке, дәрттәре ташып тора, – тине Дәмин Юланов.
Фото: Йәдкәр Ханнанов.