

Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге "Патриот" паркында "Башҡортостан геройҙары" дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә финалға сыҡҡандарҙы уҡытыуҙы асыу тантанаһы ойошторолдо.
Программа быйыл 24 февралдә бойомға ашырыла башлағайны. Ул - "Геройҙар дәүере" федераль проектының дауамы. Республикабыҙҙа проектҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселек итә. Шул иғтибарға лайыҡ, программала ҡатнашыусылар һаны буйынса беҙ илдә беренсе урындабыҙ. Һайлап алыу йомғаҡтарына килгәндә, финалға 70 кеше сыҡҡан, ун көн һуҙымында улар үҙҙәрен төрлө яҡтан асасаҡ. Һынауҙы уңышлы үткәндәр киләсәктә төбәк һәм муниципаль власть органдарында, төрлө предприятиеларҙа эшләйәсәк.
Сара Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары менән асылды. Уны Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов алып барҙы.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тотоуын, ярҙамдан өҙмәүен, "Башҡортостан геройҙары" программаһының етди башланғыс булыуын билдәләне.
– Бөгөн бында һайлап алыу этабын үткән иң-иңдәр йыйылған, – тине Азат Шамил улы. – Был программа һеҙҙең өсөн "трамплин" ул, илебеҙгә кәрәкле, тәжрибәле идарасылар буласаҡһығыҙ. Барыһы ла үҙегеҙгә бәйле. Махсус хәрби операцияла төрлө йылдарҙа ҡатнашҡанһығыҙ. Әле тотош фронт йыйылған, тиергә лә мөмкин, сөнки кемдер 2022 йылдың февраленән алып МХО-ла булған, ә икенселәр күптән түгел генә унан ҡайтҡан.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов белдереүенсә, ошонда йыйылғандарҙың барыһын да илһөйәрлек, Ватанына тоғро хеҙмәт итеү, үҫешкә ынтылыш бәйләй. Программа бай йөкмәткеле, унда ҡатнашыу мөмкинлегенән файҙаланырға кәрәк.
Программала ҡатнашыусылар күрше төбәктәрҙең, әйтәйек, Татарстан Республикаһының, Силәбе өлкәһенең ыңғай тәжрибәһен өйрәнеп, үҙебеҙгә алып ҡайтасаҡ тигән яңы тәҡдимен дә индерҙе Азат Шамил улы.
Башҡортостанда Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе, "Башҡортостан геройҙары" программаһының йәмәғәт советы секретары, "Геройҙар дәүере" программаһында ҡатнашҡан Оскар Ситдиҡовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, әлеге осор улар өсөн тулыһынса яңы биттәр аса, программала ҡатнашыусыларҙың һәр береһе үҙ алдына ҙур маҡсаттар ҡуйған.
– Донъяны матур итеү, тормошто яҡшыртыу – һеҙҙең ҡулда, – тине Оскар Ихтибар улы. – Бергә булғанда ғына бөтә маҡсаттар ҙа тулыһынса тормошҡа ашасаҡ. Бурыс – тәжрибә туплап, уны киләсәктә изге ғәмәлдәргә арнау.
Рәсәй Геройы, "Геройҙар дәүере" программаһында ҡатнашыусы подполковник Денис Чернавин әйтеүенсә, үҙ илен яратҡандар, Ватанына оло һөйөү менән ҡарағандар ғына бындай ышаныслы аҙымды яһай ала. Программала ҡатнашыу – сикһеҙ ғорурлыҡ. Рәсәйҙе берҙәм, көслө итеү – мөҡәддәс бурыс.
"Патриот паркы"ның "Авангард" уҡытыу-методик үҙәге директоры Никита Рекрут көн тәртибе менән таныштырҙы.
"Башҡортостан геройҙары" программаһында ҡатнашыусылар – хәрби табип, подполковник Рәмил Ибраһимов та, кесе сержант Иван Федоров та шундай уңайлы мөмкинлек биргәндәре өсөн республика етәкселегенә оло рәхмәтен еткерҙе.
Фото: Илдар Аҡъюлов.