Ике МХО ветеранына автомобиль тапшырылды

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды ярҙамы менән ике МХО ветераны ҡул менән идара итмәле автомобилдәргә эйә булды.

Ике МХО ветеранына автомобиль тапшырылдыИке МХО ветеранына автомобиль тапшырылды
Ике МХО ветеранына автомобиль тапшырылды

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды ярҙамы менән ике МХО ветераны ҡул менән идара итмәле автомобилдәргә эйә булған. Асҡыстарҙы уларға “Патриот” паркында БР Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

– “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды ДОСААФ менән килешеү төҙөнө, уға ярашлы, МХО ветерандары ҡул менән идара итә торған машиналарҙы йөрөтөргә өйрәнә. Яҙғыһын дүрт ветеран уҡып сыҡты. Бөгөн уларҙың икәүһе – Эмиль Еникеев менән Виталий Михайлов – автомобилдәр ала, – ти “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

Эмиль Еникеев Өфөлә йәшәй. БДПУ-ның музыка бүлеген тамамлаған. 2021 йылдан рок-төркөмдә гитарасы булып эшләй. 2022 йылдың октябрендә өлөшләтә мобилизация буйынса хеҙмәткә алына һәм МХО-ға юллана. “Сроклы хеҙмәттә Екатеринбургтағы Үҙәк хәрби округтың йыр һәм бейеү ансамблендә музыкант булдым, – тип һөйләй МХО ветераны. – Мобилизациянан һуң хәрби һөнәр алырға тура килде – артиллерист булып киттем, унан һуң штурм төркөмөнә күстем. 2024 йылдың февралендә ауыр яраландым – ике аяҡһыҙ ҡалдым. Шулай ҙа тормош дауам итә”, – ти ул. Бөгөн ветеранға Шайморатов генерал миҙалы ла тапшырылды.

Тағы бер МХО ветераны – Виталий Михайлов – үҙ ирке менән Ватан мәнфәғәттәрен яҡларға йүнәлә. Батырлыҡтары өсөн Ҡаһарманлыҡ ордены һәм Шайморатов генерал миҙалына лайыҡ була. Мина шартлауы һөҙөмтәһендә аяҡһыҙ ҡалған.

“Беҙҙең ҙур ғаилә өсөн автомобиль – хәрәкәт итеү сараһы ғына түгел, ә ысын иркенлек. Минең физик етешһеҙлектәр тураһында борсолмай, юл йөрөүҙәрҙе үҙаллы планлаштырырға була”, – ти Миәкә яугире. Уның ғаиләһендә дүрт бала үҫә. “Ватанды һалаусылар” фонды ветеранға дауаланыуҙа, реабилитацияла ярҙам итә. Әлеге ваҡытта ул ваҡытлыса Миәкә һәм Стәрлетамаҡ райодарының хәрби комиссариатында эшләй.

Рәсәйҙә быйыл “Ватанды һаҡлаусылар” фонды иҫәбенә 500 МХО ветеранын махсус машина менән тәьмин итеү планлаштырыла. Тәүге өс машинаны Учалы ҡалаһынан Вадим Емельянов, Күмертауҙан Радик Йосопов һәм Өфөнән Азамат Әйүповтар алды.

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды РФ Президенты В.В. Путин Указы буйынса төҙөлдө. Төп маҡсаты – шәхсән МХО ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү.

Фондтың етәксеһе, статс-секретарь – РФ Оборона министры урынбаҫары Анна Цивилева. Илебеҙҙең һәр төбәгендә фондтың филиалы бар.

.

 

Ике МХО ветеранына автомобиль тапшырылды
Ике МХО ветеранына автомобиль тапшырылды
Ике МХО ветеранына автомобиль тапшырылды
Ике МХО ветеранына автомобиль тапшырылды
Ике МХО ветеранына автомобиль тапшырылды
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас