МХО-ла ҡатнашыусылар бушлай ер алды

Тиҙҙән улар төҙөгән яңы урам барлыҡҡа килер.

МХО-ла ҡатнашыусылар  бушлай ер алдыМХО-ла ҡатнашыусылар  бушлай ер алды
МХО-ла ҡатнашыусылар бушлай ер алды

Ағиҙел ҡалаһының хакимиәт башлығы Денис Ирназаров хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаларын алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплауға сертификаттар тапшырҙы.

Яугирҙәрҙе һәм уларҙың ғаиләләренә бындай ярҙам сараһы Ағиҙел ҡалаһында былтыр булдырылған. Денис Ирназаров һүҙҙәренә ҡарағанда, махсус хәрби операциялағыларға булышлыҡ ҡала ситендә ер участкаһы алыуға сығымдарҙы тулыһынса ҡапларға мөмкинлек бирә. Бөгөнгә был мөмкинлектән МХО-ла ҡатнашыусы һигеҙ яугир ҡулланған.

Тиҙҙән Ағиҙел ҡалаһында МХО-ла ҡатнашыусылар төҙөйәсәк яңы урам барлыҡҡа киләсәк, ти Денис Ирназаров.

Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы сәхифәһенән.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас