Бәләбәйҙәрҙең гуманитар йөгө барып етте

Уны район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев оҙатып барҙы. 

Бәләбәйҙәрҙең гуманитар йөгө барып еттеБәләбәйҙәрҙең гуманитар йөгө барып етте
Бәләбәйҙәрҙең гуманитар йөгө барып етте

Бәләбәйҙән сираттағы гуманитар ярҙам махсус хәрби операция зонаһына алып барып еткерелгән. Уны район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев оҙатып барҙы.

Сәфәр барышында Азат Сәхәбиев хәрбиҙәр менән осрашып, уларҙың ихтыяждары һәм теләктәре тураһында белеште, шулай уҡ Бәләбәй халҡының ҡайнар сәләмен һәм изге теләктәрен еткерҙе.

"Беҙ бурыстарын намыҫ менән үтәгән, ил мәнфәғәте һағында торған яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең бурыс - уларға тейешле ярҙам һәм хәстәрлек күрһәтеү", - тип билдәләне Азат Сәхәбиев.  Гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса эштең дауам ителәсәген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Үҙ сиратында яугирҙәр Бәләбәйҙәргә ярҙам иткәндәре, иғтибар күрһәткәндәре өсөн ихлас рәхмәт белдерҙе.  

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас