Дәүләт уларҙы ҡурсалай

Республикала 54 ярҙам төрө ғәмәлдә.

Дәүләт уларҙы ҡурсалайДәүләт уларҙы ҡурсалай
Дәүләт уларҙы ҡурсалай

Әлеге ваҡытта республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса 54 төбәк сараһы ғәмәлдә. Был турала бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов һөйләне. Уның белдереүенсә, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары дәүләттән бөтә яҡлы ярҙам алырға тейеш.

Фронттан ҡайтҡан яугирҙәргә эшкә урынлашыу мәсьәләһен хәл итеү мөһим, тине ул. Руслан Хәбибовтың һүҙҙәренсә, мәшғүллек үҙәктәренә эш эҙләүҙә ярҙам һорап махсус операцияла ҡатнашыусы 565 кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың 278-һе эшкә урынлашҡан. Махсус операцияла ҡатнашыусы 197 кеше белем сертификаттары алған. Уҡыу үткәндәрҙең 87 проценты һуңынан эш тапҡан.

"Республиканың мәшғүллек үҙәктәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын әүҙем эшкә урынлаштырыу буйынса эш алып бара. Беҙгә мөрәжәғәт итеүселәр менән генә түгел, ә бөтә ветерандар менән дә эшләйбеҙ. Һәр кемгә шәхси куратор беркетелә, ул ярҙам саралары һәм сервистар комплексын күрһәтеү процесын ойоштора һәм координациялай. Реабилитация үткән кешеләр ҙә иғтибарһыҙ ҡалмай. Беҙ әленән улар менән эшкә урынлашыу мәсьәләләрен өйрәнәбеҙ, тейешле вакансиялар һайлайбыҙ, эш биреүселәр менән үҙ-ара эш итәбеҙ”, – тине Руслан Хәбибов.

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙы эшкә алырға әҙер эш биреүселәр реестры киңәйә. Әлеге ваҡытта был исемлектә 200-ҙән ашыу компания бар.

Шулай уҡ хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең хәрби хәрәкәттәр зонаһынан ҡайтҡандан һуң гражданлыҡ тормошона уңышлы яраҡлашыуы өсөн улар өсөн концерттарға, музейҙарға һәм башҡа мәҙәни сараларға льготалы йөрөү әүҙем ойошторола.

Ярым стационар формала һәм өйҙә 1900-ҙән ашыу кеше бушлай социаль хеҙмәттәр алған. Шул уҡ ваҡытта 101 ғаилә балаларын һәм инвалид балаларын ҡыҫҡа ваҡытлы ҡарау хеҙмәте менән файҙалана.

Яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә консультация һәм психологик ярҙам күрһәтелә. “Ғаилә” үҙәктәрендә уны 8,5 меңдән ашыу кеше, медицина ойошмаларында — 5 меңгә яҡын кеше, республика йәштәр социаль-психология үҙәгендә — 5,5 меңдән ашыу кеше алды. 3,5 меңдән ашыу кеше бушлай юридик ярҙам алған.

Шулай уҡ ете меңдән ашыу махсус операция ҡатнашыусыһы һәм уларҙың туғандары шифахана-курорт дауалауынан файҙалана. Меңдән ашыу кеше шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар алған.

"Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса эш бер үк ваҡытта бөтә йүнәлештәр буйынса бара, һәм ул дауам ителәсәк. Беҙгә төп бурыстарға иғтибарҙы туплау мөһим. Был өйҙәренә ҡайтҡан хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың тулы медицина тикшерелеүе һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам. Беҙ уларға эш табырға һәм йәмғиәттә яраҡлашырға ярҙам итергә тейешбеҙ. Муниципалитет башлыҡтарына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы сиктәрендә әҙерләнгән медицина һәм психотерапия ярҙамын һәм эшкә урынлашыу мөмкинлектәрен алыуҙың өс алгоритмы йүнәлтелде. Уларҙы ентекләп өйрәнеүегеҙҙе һәм тиҙ арала тормошҡа ашырыу өсөн саралар күреүегеҙҙе һорайым”, — тип билдәләне Руслан Хәбибов.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас