Барыһы ла Еңеү өсөн
2 Август 2025, 10:00

Район хакимиәте башлығы үҙе барҙы

Яҡташ яугирҙәребеҙгә тыуған яҡ сәләмен еткереп.

Район хакимиәте башлығы үҙе барҙыРайон хакимиәте башлығы үҙе барҙы
Район хакимиәте башлығы үҙе барҙы

Республикабыҙҙың бөтә район һәм ҡалаларында махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итеү буйынса ҙур эштәр алып барыла.

Күптән түгел, мәҫәлән, Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов МХО биләмәһендәге яҡташтарына гуманитар ылауҙы үҙе алып барған. Урындағы халыҡ, һәр ваҡыттағыса, ярҙам туплауҙа әүҙем булышлыҡ иткән. 

"ЛНР-ҙың Красный Луч ҡалаһына инеп, шефлыҡ иткән "Сказка" балалар баҡсаһына ла ярҙам ҡалдырҙыҡ", - тип яҙған район етәксеһе.

Гуманитар ярҙам алып барған яҡташтарыбыҙ һалдаттарға тыуған яҡ сәләмен еткергән, хәстәрлек аша күңелдәренә көс-дәрт өҫтәгән, техника, төрлө кәрәк-яраҡ менән тәьмин иткән. Яугирҙәребеҙҙең тыуған яғына имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, артабан да берҙәм булайыҡ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.

2025 йылдың 5 июненән контрактсыларға бер тапҡыр бирелеүсе 1,4 миллион һум (бер миллион һумы – республиканан, 400 мең һумы – федераль бюджеттан) ҡаралған. Әгәр контракт Өфөлә төҙөлһә, дөйөм сумма (муниципаль түләүҙәр менән бергә) 1,7 миллион һум тәшкил итәсәк.

Фото: Илгиз Мөхәмәтйәновтың Телеграм-каналынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас