

Башҡортостанда хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы сиктәрендә Йәнтеш ауылының әүҙем ағинәйҙәре МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙәргә Өфөләге “Ете ҡыҙ” йәмәғәт ойошмаһы, уның волонтерҙары аша үҙҙәренең сираттағы ярҙамын оҙатҡан.
“Ағинәйҙәр - барыһы ун кеше. Ойошторолған барлыҡ мәҙәни байрамдарҙа, өмәләрҙә ҡатнашабыҙ.Үҙебеҙ оҫталыҡ дәрестәре, балалар менән осрашыуҙарҙар, төрлө йола байрамдарын үткәрәбеҙ. Район, республика конкурстарына ҡатнашып призлы урындар алабыҙ. Мәҫәлән, яңыраҡ сәсән-йыраусы Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев исемендәге республика сәсәндәр бәйгеһендә беренсе урын алып ҡайттыҡ. Шунан килгән аҡсанан һалдаттарға иң кәрәкле кәрәк-яраҡтар алып ылау аша ебәрҙек,” - ти “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе Фәниә Арыҫланова.
Ғөмүмән, Йәнтеш ауылы халкы МХО башланғандан алып даими ярҙам итәләр. Маскировка селтәрҙәре, дронға ҡаршы ҡаршы япмалар, окоп шәмдәре эшләү, һалдаттар өсөн кәрәк-яраҡтар туплау мәҙәниәт йортонда ойошторола. Бауырһаҡтар бешереү оҫтаһы, ағинәй Сәйҙә Исҡужина өмәлә татлы, тиҙ арала боҙолмай торған ризыҡты бешереү серҙәре менән ағинәйҙәр - Миңһылыу Арыҫланова, Хәкимә Ҡужәхмәтова, Фәрзәнә Хәсәнова, Лилиә һәм Гөлбикә Исҡужиналар, Гөлнур һәм Зөлфиә Моталовалар, Венера Шәмсетдиновалар менән уртаҡлашҡан. Өмәлә шулай уҡ Өфөнән ялға ҡайтҡан, “Ете ҡыҙ” йәмәғәт ойошмаһының береһе, “Юлдаш” радиоһы хәбәрсеһе Сафина Динара ла ҡатнашҡан. Ойошмалағы ҡыҙҙар һалдаттарға ылауҙы МХО-ға барып үҙҙәре тапшыралар. Хәрбиҙәрен рухтарын күтәреп, концерт ҡуялар. Сафина Динара Насибулла ҡыҙы , яугирҙәрҙең нисек ҡаршылауҙарын һөйләгән. Райондың төрлө төбәктәренән килгән, ошондай ихласлыҡ менән тапшырылған гуманитар ярҙамды һәр кемдең үҙ сәләмдәре менән тапшырғанда: ”Ысын өй аҙығының тәмен, ә кейем-һалымда яҡындарыбыҙҙың күңел йылыһын тойғандай булабыҙ”-тип әйтәләр икән һалдаттар.
“Иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар. Доғалар ҡылынған, аҙан тауыштары яңғыраған иман йортонда бешерелгән татлы ризыҡ -күстәнәстәр яугирҙарға рухи көс өҫтәһен, еңеү килтерһен”Ң-ти ағинәйҙәр. Йәнтеш ауылының шундай ярҙамсыл халҡына, өлгөр ағинәйҙәренә ҙур рәхмәт һәм күстәнәстәрҙе алып барып тапшырасаҡ “Ете ҡыҙ” йәмәғәт ойошмаһына еңел юл теләйбеҙ.
Фото һәм сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре"