Барыһы ла Еңеү өсөн
12 Августа 2025, 15:40

Берҙәм булырға кәрәк

Күгәрсен районының Һапаш ауыл биләмәһе махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүсе биләмәләр араһында иң әүҙеме тиергә була. Республиканың көньяҡ яғын берләштергән “Йөрәк саҡырыуы буйынса”, Күгәрсен районының “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”, “Беҙ бергә” ирекмәндәр хәрәкәте менән бергә эшләй улар.

Берҙәм  булырға кәрәкБерҙәм  булырға кәрәк
Берҙәм булырға кәрәк

Берҙәм булырға кәрәк

Күгәрсен районының Һапаш ауыл биләмәһе махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүсе биләмәләр араһында иң әүҙеме тиергә була. Республиканың көньяҡ яғын берләштергән “Йөрәк саҡырыуы буйынса”, Күгәрсен районының “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”, “Беҙ бергә” ирекмәндәр хәрәкәте менән бергә эшләй улар.

“Ике йыл элек ауылдашыбыҙ Радик Йособаевтан станок эшләтеп алғайныҡ. Йөҙҙән ашыу маскировка селтәре үрҙек, күстәнәстәр менән посылкалар, госпиталгә гуманитар ярҙам ебәрәбеҙ.  Был эштә мәктәп, ауыл биләмәһе хакимиәте, битараф булмаған ауыл халҡы тос өлөш индерә. Йәй көнө өлкән класс уҡыусылары, студенттар ҙа селтәр үрергә йөрөй. Маскировка селтәрҙәре бөгөн иң кәрәкле әйбер булып тора, хәрбиҙәрҙә уларға ҙур һорау бар. Улар яугирҙәрҙе, ҡоралдарҙы, хәрби техниканы һәм башҡа мөһим объекттарҙы маскировкалау өсөн ҡулланыла”, - ти Айгөл Юдаева.

Балалар үҙаллы үрә: башынан алып төйөндәрҙе бәйләүгә тиклем барыһын да эшләй. Ныҡышмалылыҡ һәм сабырлыҡ, шулай уҡ оҫтаның ярҙамы бөтәһенә лә был ҡатмарлы техниканы үҙләштереү мөмкинлеген бирә. Үрелгән һәр бер япма күңел йылыһы һәм яугирҙәрыбеҙҙең ҡайтыуына өмөт менән һуғарылған. Балаларҙың һәр береһе ҙур эшкә үҙ өлөшөн индерә. Был бик мөһим!

“Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, яҡташтарыбыҙға, туғандарыбыҙға һәм яҡындарыбыҙға ярҙам итеүҙә берҙәм булырға кәрәк”, - ти  Ялсы ауылы халҡы.

 

Берҙәм  булырға кәрәк
Берҙәм булырға кәрәк
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас