Барыһы ла Еңеү өсөн
16 Август 2025, 13:00

“Умырзаялар” миндек бәйләй, мәтрүшкә киптерә...

Әлеге көндә ирекмәндәр еләк-емештән тәмле ҡаҡ әҙерләү менән мәшғүл.

“Умырзаялар” миндек бәйләй, мәтрүшкә киптерә...“Умырзаялар” миндек бәйләй, мәтрүшкә киптерә...
“Умырзаялар” миндек бәйләй, мәтрүшкә киптерә...

Бишбүләк районы Йылболаҡтамаҡ ауылының “Умырзаялар” ирекмәндәр берекмәһе ағзаларының буш ваҡыты юҡ. Уларҙың хеҙмәте – ысын илһөйәрлек һәм яҡты киләсәккә ышаныс өлгөһө. Йәй буйы улар яугирҙәргә ебәреү өсөн ҡайын миндеге әҙерләне, мәтрүшкә һәм башҡа хуш еҫле файҙалы үләндәр киптерҙе. Барыһы ла “Бөтәһе лә Еңеү өсөн-Бишбүләк” ҡабул итеү пунктына тапшырылды. Әлеге көндә ирекмәндәр еләк-емештән тәмле ҡаҡ әҙерләү менән мәшғүл. Уларҙы һатыуҙан алған аҡсаны махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү фондына тапшырасаҡтар. Ҡаҡты “Валерия” медицина үҙәгендә һатып алырға мөмкин. Был хәрби яугирҙәргә ярҙам итеүҙә лайыҡлы өлөш буласаҡ. Алғы һыҙыҡта Ватан һағында тороусы егеттәребеҙгә бишбүләктәрҙең күстәнәсе тыуған яҡтың йылыһы һәм һөйөүе булып барып етһен!

Фото: “Светлый путь” гәзите.

“Умырзаялар” миндек бәйләй, мәтрүшкә киптерә...
“Умырзаялар” миндек бәйләй, мәтрүшкә киптерә...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас