

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар проектында ҡатнашыусылар өсөн стажировка башланды. Проектта ҡатнашыусылар республика парламенты депутаттарының шәхси етәкселеге аҫтында тәжрибә арттыра. Тәүгеләрҙән булып Алексей Савельев эшкә тотона, уның кураторы булып Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев сығыш яһай. "Алексей Михайлович – үҙенсәлекле тәжрибәле һәм көслө характерлы кеше, – тип билдәләне Константин Толкачев. – Ул махсус хәрби операция барышында батырлыҡ күрһәтеп кенә ҡалмай, ә күп йыллыҡ хәрби хеҙмәт тәжрибәһенә лә эйә. “Башҡортостан геройҙары” проектында ҡатнашҡанға тиклем Луганск Халыҡ Республикаһының доброволецтар төркөмө менән командалыҡ итә, Донецк Халыҡ Республикаһында хәрби подразделение инструкторы була. 2015 йылда Дебальцев операцияһында ҡатнашҡаны өсөн IV дәрәжә ДНР Георгий тәреһе менән бүләкләнә, ике тапҡыр һуғышта яралана. Уның фиҙакәрлеге һәм бурысына тоғролоғо тәрән ихтирам уята”.
Әлеге ваҡытта Алексей Савельев Нефтекама, Ағиҙел ҡалалары һәм Краснокама районы хәрби комиссариатының мобилизация ресурстарын планлаштырыу, тәғәйенләү, әҙерләү һәм иҫәпкә алыу бүлеге начальнигы вазифаһын биләй. Быйыл февралдә республика Башлығы Радий Хәбиров Указы менән ул Шайморатов орденына лайыҡ булды.
"Әле Алексей Михайлович беҙҙең парламентта стажировканың беренсе этабын үтә. Ул аппараттың эше менән таныша, документтар әйләнеше механизмдарын һәм закондар сығарыу процесын, депутаттар һәм структур подразделениелар эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәрен өйрәнә. Артабан стажировка программаһы профилле комитеттар ултырыштарында ҡатнашыуҙы, закон проекттарын тикшереүҙе һәм парламент эшенең практик күнекмәләрен үҫтереүҙе үҙ эсенә ала. Уның бай тормош тәжрибәһе һәм лидерлыҡ сифаттары республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда ҡиммәтле активҡа әйләнер, тип ышанам”, – тине парламент рәйесе.
Стажировка тамамланғас, “Башҡортостан геройҙары” проектында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла карьера үҫеше һәм төбәктең башҡарма һәм закондар сығарыу власы органдарына эшкә урынлашыу перспективалары буйынса индивидуаль тәҡдимдәр аласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала “Башҡортостан геройҙары” программаһы быйыл февралдә старт алды. Хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн мөһим кадрҙар проектының башланыуы тураһында Радий Хәбиров иғлан итте.
Фото: Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай.