

Махсус хәрби операция башланғас, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штаб яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу буйынса эшмәкәрлеген башланы.
– Башлыҡтың күрһәтмәһен шунда уҡ үтәп, 2022 йылдың 26 сентябрендә Баҡалы районында ла штаб булдырылды. Әле беҙҙә ошондай 17 штаб эшләй – барлыҡ ауыл хакимиәте биләмәләрендә лә. Уларҙа маскировка селтәрҙәре үрәләр, окоп һәм блиндаж шәмдәре эшләйҙәр. Шулай уҡ госпиталдәге яугирҙәргә – күлдәктәр, мендәрҙәр, ултырыу өсөн ҡулайламалар, түшәк кәрәк-ярағы, яу яланындағы егеттәргә өс бармаҡлы бейәләйҙәр тегәләр, – ти райондың Йәштәр үҙәге директоры, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штаб етәксеһе, район советы депутаты Нина Ивановна Дырнаева.
Баҡалылар тәүге дүрт айҙа гуманитар ярҙамды халыҡтан йыйып ебәргән, 2023 йылдан иһә эске кейем, спорт костюмдары тегеүҙе ойоштора, маскировка селтәрен дә үрә башлай.
Был эштәр менән ул саҡта райондың Йәштәр үҙәгендә белгес булып эшләгән Гөлнара Нәзиф ҡыҙы Нәзипова шөғөлләнгән. Әле ул, үҙенең шәхси предприятиеһын асып, әйберҙәр, яугирҙәр өсөн билдәләр тегә. Станок та эшләп ҡуйғандар, унда оло йәштәге апайҙар маскировка селтәре үрә, яугирҙәргә иҫән ҡалыу беләҙектәрен әҙерләй.
Район үҙәгендә урынлашҡан төп штабта дронға ҡаршы япҡыстар тегәләр, 300-ҙән ашыуын алғы һыҙыҡҡа оҙатҡандар ҙа инде. Ике төрлө маскировка селтәрен етештерәләр – “джи” һәм йәйге. Халыҡтан йыйылған аҡсаға егеттәр һораған әйберҙәрҙе – мотоциклдар, квадрокоптерҙар, мейестәр, иретеп йәбештереү аппараттары, шөрөп борғостар, бензобысҡылар, триммерҙар, газ баллондары, ойоҡбаш, гигиена әйберҙәре алалар.
Яраланған һалдаттарҙы эвакуациялау өсөн ике “Нива”, 16 “УАЗ” автомобилдәрен оҙатҡандар. Шулай уҡ шәхси эшҡыуар Сәғит Мөҙәрис улы – бер “Нива”, сик буйы һағы ветерандары ике “УАЗ” автомобиле һатып алып ебәргән.
Шәхси эшҡыуарҙар посылкаларҙы алып барыуҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, Олег Алексеевич Ефимов үҙенең машинаһында бер нисә тапҡыр гуманитар ярҙам алып барған. Аҡман ауыл биләмәһе башлығы Рәзиф Сәхәүетдинов 15 тапҡыр ярҙам йөгөн алып барышҡан. Шулай уҡ район ветерандар советы рәйесе Тимерғәле Шәйех улы Әсәҙуллин, 71 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, махсус хәрби операцияға гуманитар йөк ташыуҙа әүҙем ҡатнаша.
Район ойошмалары өсөн “Үҙебеҙҙекеләр өсөн!” акцияһы ойошторола. Унда яугирҙәрҙән килгән исемлек буйынса әйберҙәр туплайҙар. Ауыл хужалығы предприятиелары махсус хәрби операция яугирҙәре ғаиләләренә ярҙам итә. Зинаида Николаевна маскировка селтәре әҙерләү өсөн 250 мең һумлыҡ материал алып биргән.
Райондың ирекмәндәр штабында һәләк булған яугирҙәр ғаиләләренән Наталья менән Елизавета селтәрҙәр үрә һәм беләҙектәр әҙерләй. Улы махсус хәрби операцияла һәләк булған Наталья Луганск Халыҡ Республикаһындағы госпиталдә булып, ике аҙна яугирҙәргә ярҙам иткән.
Мәғариф учреждениелары “Һалдатҡа хат”, беләҙек әҙерләү акцияларын ойоштора. Мәҫәлән, 17 йәшлек үҫмер Яңы йыл байрамы ваҡытында яуҙағы егеттәргә видеомөрәжәғәт ебәргән. Уның сығышы һалдаттарҙы битараф ҡалдырмаған – улар аҡса йыйып, колонка һатып алып биргән.
– Махсус хәрби операциялағы яугирҙәр илебеҙҙе һаҡлап ҡына ҡалмай, үҙҙәре лә ярҙам итә. Миңлеғәле Шайморатов штабына саралар үткәргәндә күргәҙмәләр ойоштороу өсөн 6х3 метр ҙурлығында палатка, “Һалдатҡа хат” акцияһы барышында йыйылмалы өҫтәл һәм ултырғыстар һатып алдылар. Социаль приюттың элекке тәрбиәләнеүсеһе махсус хәрби операциялағы дуҫтары менән приюттағы балаларға футболкалар, уйынсыҡтар, тәмлекәстәр бүләк итте, Ирекмәндәр көнөнә беҙҙең ирекмәндәргә “Мин ирекмән” билдәләрен тараттылар.
Баҡалы районы халҡы яугирҙәрҙе яңғыҙ ҡалдырмай, һәр саҡ ярҙам итергә тырыша. Ошо йылдарҙа район халҡы шул тиклем тупланды, бөтәһе лә: “Беҙ – бергә!”, “Беҙ – көс!” саҡырыуҙары менән йәшәй һәм эшләй. Шуға ла Рәсәй халҡына рәхмәт әйтергә теләйем. Беҙ һәр саҡ бергә булғанда ғына дошманды еңә аласаҡбыҙ: беҙ – бында, егеттәр – унда, – тине Нина Дырнаева.
Эйе, онотмайыҡ: махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам итеп, һалдаттарҙың рухын, күңелен күтәрәбеҙ, Еңеүҙе яҡынайтыуға өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Артабан да Ватан һаҡсыларын үҙебеҙҙең ярҙамдан өҙмәйек – беҙ уларҙың таянысы.
Фото сығанағы: Рәмилә Мусина һәм Баҡалы районының Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штабтан.