

Саҡмағош районындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штаб 2022 йылдың көҙөндә булдырылған. Саҡмағоштар тәүҙә Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына ярҙам йыя. Егеттәр өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә киткәндән һуң, штабта яҡташтарына төбәп посылкалар ойоштора башлайҙар.
Әле ирекмәндәр штабында өс кеше эшләй. Уға Йәштәр үҙәге директоры Лиана Рифер ҡыҙы Хәбибуллина етәкселек итә, шулай уҡ үҙәктең белгестәре Ирина Хәбиб ҡыҙы Мансурова, Юлиә Ғәйнислам ҡыҙы Хәкимова ярҙам итә.
– 14 – 35 йәшкә тиклемге йәштәр менән эшләйбеҙ. Беҙҙә 4900 ирекмән һанала, шул иҫәптән һәр мәктәптә, ауыл биләмәһендә барҙар, Башҡортостан аграр технология колледжы студенттары ла улар иҫәбендә. Улар төрлө акцияларҙа, сараларҙа ҡатнаша. Өлкән йәштәгеләрҙән 50-60 ирекмән иҫәпләнә, – ти Лиана Рифер ҡыҙы.
Ирекмәндәр яугирҙәрҙән килгән заявка буйынса исемлек төҙөп, һәр һалдатҡа посылка әҙерләй. Район махсус хәрби операция башланғандан бирле бөтәһе 31 гуманитар йөк оҙатҡан.
Ылау туплауҙа ауыл хужалыҡтары, предприятиелар, кирбес заводы, шәхси эшҡыуарҙар ярҙам итә. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Фәрит Хөрмәтулла улы Ғиндуллин етәкселегендәге Саҡмағош яҡташтар ойошмаһы, шул иҫәптән шәхси эшҡыуар Азат Ришат улы Абдуллин, Фина Борисовна Арыҫланова, компания директоры Рәғит Рәшит улы Сөләймәнов һәм башҡа яҡташтар был изге эштән ситтә ҡалмай, даими ярҙам итә.
Ауылдарҙа ла халыҡ бик әүҙем, улар егеттәр һораған әйберҙәрҙе әҙерләргә тырыша, шулай уҡ үҙҙәре лә, инициатива белдереп, яугирҙәргә посылкалар әҙерләй. Билдәле яҡташтары – мәрхүм Өлфәт Мостафин ҡасандыр Иҫке Бәшир мәктәбендә асҡан тегеү класында хәҙер уҡыусылар һыу үткәрмәй торған түшәктәр тегә.
Йәштәр үҙәгендә лә, райондың һәр ауыл биләмәһендә лә маскировка селтәре үрәләр. Миләүшә менән Гөлсирә Нәбиуллиналар өйҙәрендә яугирҙәр өсөн көләпәрәле плащ тегә. Иҫке Бәшир ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Адис Әхнәф улы Хәсәнов йыл һайын күпләп бал оҙата. “Базы” йәмғиәтенең генераль директоры Вадим Васильевич Соколов алғы һыҙыҡҡа 10-дан ашыу машина ебәргән. “Ауыл хужалығы баҙары” йәмғиәте директоры Айҙар Фәнил улы Насиров транспорт табыу, гуманитар йөктө алып барыу эшен ойоштора һәм үҙе лә уны оҙатып бара.
Мәктәп уҡыусылары окоп шәмдәрен күпләп эшләй. Митрәй-Әйүп ауылы биләмәһендә йәшәгән кешеләр оҙаҡ яна торған шырпы етештерә. Йәштәр көнөндә, башҡа саралар ваҡытында көмөш ирекмәндәр селтәр үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
Бына шундай дөйөм тырышлыҡ, берҙәм көс менән саҡмағоштар, гуманитар ярҙам йыйып, яугирҙәргә ихлас күңелдән ярҙам итә. Ошондай таянысты тойған яугирҙәр, әлбиттә, Еңеү өсөн бар көсөн һаласаҡ.
Фото сығанағы: Саҡмағош районындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штаб.