Барыһы ла Еңеү өсөн
28 Август 2025, 01:00

Баймаҡтар яугирҙәргә ылау оҙатты

Ярҙам йыйыуҙа битараф булмаған ҡала һәм район халҡы, шулай уҡ урындағы эшҡыуарҙар һәм учреждениелар ҡатнашҡан. Һәр берегеҙгә өлөшөгөҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! 

Баймаҡтар яугирҙәргә ылау оҙаттыБаймаҡтар яугирҙәргә ылау оҙатты
Баймаҡтар яугирҙәргә ылау оҙатты

Махсус хәрби операция башланғандан алып Баймаҡ районынан даими рәүештә яугирҙарға гуманитар ярҙам оҙатыла. Ошо көндәрҙә район халҡы, эшҡыуарҙар, төрлө ойошма-предприятиелар, белем биреү усаҡтары тарафынан тупланған гуманитар ярҙам махсус хәрби операция зонаһына алып барылды.

Мәҫәлән, Мерәҫ ауыл биләмәһе халҡы яугирҙәргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында округтар араһында художестволы смотр конкурсы ойошторған. 11 округ аҙна һайын концерт ҡуйып, унан килгән сумманы туплап барған. Һуңынан ауыл халҡы 101104 һум аҡсаны Баймаҡ районының “Беҙ бергә” ирекмәндәр төркөмөнә тапшырған. Һөҙөмтәлә ул суммаға яугирҙәргә машина алынған. Техник яҡтан тикшереү уҙғарып, талап ителгән төҫкә буяп, документтарын тәртипкә килтереп, ул фронтҡа ебәрелгән. 

Шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһының "Миләш" балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә  гуманитар ярҙам ебәреүҙә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Улар яугирҙәргә көнкүреш кәрәк-яраҡтары, медикаменттар, аҙыҡ-түлек туплай. Был юлы "Миләш"тең уңған ҡатын-ҡыҙҙары балалар баҡсаһы янындағы һәм шәхси баҡсаларында үҫкән йәшелсәләрҙән борщтар һәм салаттар әҙерләгән. 

“Беҙ яугирҙәрҙең бөтә ихтыяждарын да иҫәпкә алырға тырыштыҡ. Был юлы уларға кәрәкле техниканы ебәрҙек: “Соболь” автомобиле, “УАЗ”, “Урал” мотоциклы. Был машиналар ҡатмарлы ерҙә һәм юлһыҙ шарттарҙа алмаштырғыһыҙ. Бынан тыш, һалдаттар өсөн башҡа мөһим әйберҙәр ҙә тупланды. Ярҙам йыйыуҙа битараф булмаған ҡала һәм район халҡы, шулай уҡ урындағы эшҡыуарҙар һәм учреждениелар ҡатнашты. Һәр берегеҙгә өлөшөгөҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Айырым рәхмәт "Боевой братство"ла ҡатнашыусыларға, йыйыуҙы ойоштороуҙа ярҙам итеүсе "Һаҡсы фәрештә" һәм "Беҙ бергә" штабтары ирекмәндәренә. Был, ысынлап та, ҙур эш”, - тип яҙған район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов.

Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.

2025 йылдың 5 июненән контрактниктарға бер тапҡыр бирелеүсе 1,4 миллион һум (бер миллион һумы– республиканан, 400 мең һумы – федераль бюджеттан) ҡаралған. Әгәр контракт Өфөлә төҙөлһә, дөйөм сумма (муниципаль түләүҙәр менән бергә) 1,7 миллион һум тәшкил итәсәк.

 

Баймаҡтар яугирҙәргә ылау оҙатты
Баймаҡтар яугирҙәргә ылау оҙатты
Баймаҡтар яугирҙәргә ылау оҙатты
Баймаҡтар яугирҙәргә ылау оҙатты
Автор:Карима Усманова
Читайте нас