

Әлеге ваҡытта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров – махсус хәрби операция биләмәһендә. Был төбәк етәксеһенең унда тәүгә генә барыуы түгел, ә матур йолаға әйләнгән эш аламы. Радий Фәрит улы шәхсән яугирҙәр менән осраша, уларҙың хеҙмәт һәм йәшәү шарттарын өйрәнә. Шулай уҡ шефлыҡҡа алған ҡалаларҙа була, урындағы халыҡ менән аралаша. Ҡыҫҡаһы, ундағы хәлдәр торошон етәксе ниндәйҙер отчеттар аша алмай, ә үҙ күҙе менән барып күрә.
Башҡортостан яугирҙәренең рухи терәге, полк имам-ахуны Хәмзә хәҙрәт республика етәксеһенең бындай сәфәрҙәре хәрбиҙәр өсөн бик ҡәҙерле һәм мөһим, тине.
– Радий Фәрит улы 2022 йылдан башлап, тәүге милли батальондар – Шайморатов, Доставалов исемендәге батальондар, Росгвардия, мобилизацияланғандарҙың батальондары булдырылыу менән яндарына бара башланы. Яңылышмаһам, шул уҡ йылда декабрҙә тәүге тапҡыр унда барҙы, һалдаттар менән күреште, позицияларҙа булып китте. Шул уҡ 2022 йылда республикала милли хәрби награда – Шайморатов миҙалы булдырылғайны. Сәфәрендә айырылған һалдаттарға миҙалдар тапшырҙы. Дронға ҡаршы бик ҡиммәтле һәм кәрәкле ҡорамал килтерҙе. Шунда уҡ республиканан гуманитар ылау ҙа килеп етте. Йәғни, ул егеттәр янына бер ҡасан да буш ҡул менән йөрөмәй, – тине ул.
Хәмзә хәҙрәт белдереүенсә, 2023 йылда бындай сәфәрҙәр йышая.
– Ул йылда Радий Фәрит улы квартал һайын тиерлек, йыш йөрөнө. Шул саҡта уҡ гуманитар ылауҙар йышайҙы. Посылкалар Луганск, Донецк халыҡ республикаларына, Запорожье, Херсон өлкәләренә оҙатылды, һәр тәғәйен кешегә барып етте. Радий Фәрит улы ылау артынан үҙе лә килеп етә ине. Һәр ваҡыт наградалар алып барҙы. 2023 йылда генерал Шайморатов исемендәге орден булдырылды. Әйткәндәй, Башҡортостан урындағы хәрби наградаһы булған берҙән-бер төбәк, башҡаларҙа ул юҡ. Республика көнөндә Шайморатов миҙалы менән Отец Виктор менән икебеҙҙе бүләкләне. Йыш ҡына исемле кинжалдар таратты. Миндә лә берәү бар, шөкөр, – ти хәҙрәт. – Гуманитар ярҙам һалдаттарға ғына түгел, ә беҙҙең республиканың шефлығы аҫтында булған Лугансктағы Красный Луч һәм Петровское ҡалаларына ла ебәрелә. Унда 22-се мәктәп Рәсәй Геройы генерал Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә. Төҙөкләндереп, капиталь ремонт яһап 23 йылда тапшырылды. Янында балалар йорто ла бар. Уларға ла ярҙам күрһәтелә. Ризыҡ, канцтауарҙар алып баралар. Юлсыларыбыҙ, төҙөүселәребеҙ ҡаланы төҙөкләндерә, юл һала. Мәҫәлән, Красный Лучтан Петровскоеға тиклем сифатлы юл һалдылар. Табиптар әле һаман барып кешеләрҙе дауалай. Красный Луч ҡалаһында Башҡортостандың логистик үҙәге бар. Унда гуманитар келәт бар. Унда һәр полктың урыны бар, шунда алып барып һалалар һәм тараталар.
Хәмзә хәҙрәт әйтеүенсә, һалдаттар Башлыҡ менән осрашыуҙы һәр ваҡыт көтөп ала.
– Һалдаттар уның менән күрешеп һорауҙарын, проблемаларын хәл итеп ҡалырға тырыша ине. Радий Фәрит улы барыһын да иғтибар менән тыңлай, ярҙамсылары барыһын да яҙып ала һәм ҡайтыу менән үтәй. Ҡайһыларына хатта урында уҡ туранан-тура район башлығына шылтырытып фарман бирә. Беҙҙең етәксе үҙен яугирҙәр менән тиң итеп ҡуя. Ә тиң булғас, һалдаттар ҙа тартынмай, ышаныс менән ҡарайҙар, теләктәрен әйтәләр, – ти Хәмзә хәҙрәт. – Һалдаттар үҙҙәренә булған яҡшы мөнәсәбәтте күреп, белеп тора. Күрһәтелгән ышанысты аҡлайҙар һәм бөгөн Ватан һағында батырҙарса торалар. Бөтә фронт буйынса Башҡортостан яугирҙәре дан алған. Сигенмәйҙәр, приказды үтәйҙәр, бурысты аныҡ башҡаралар. Бында, әлбиттә, Башлыҡтың, уның командаһының, дөйөм республика халҡының роле бик ҙур. Халыҡ ысынлап берләште, ылау йыялар, селтәр үрәләр. Быны һалдаттар тоя һәм позицияла ныҡлы тора. Беләһегеҙме, Башҡортостан МХО биләмәһенә миллиондан ашыу селтәр ебәргән! Был һаҡланған ғүмерҙәр, йәшереп алып ҡалған келәттәр, блиндаждар, ҡорамалдар, техника. Башҡортостан бөтә яҡлап алдынғы эш алып бара, күп төбәктәр өсөн өлгө булып тора. Беҙ бөтә фронт буйынса лидер.