Барыһы ла Еңеү өсөн
1 Сентябрь 2025, 17:15

Ярҙамығыҙ өйҙө лә, күңелде лә йылытыр

Яугир ғаиләләре өсөн Вадим Шакируллиндың ныҡлы терәк, ышаныслы кеше булыуын яҡташтары яҡшы белә.

Ярҙамығыҙ  өйҙө лә, күңелде лә йылытырЯрҙамығыҙ  өйҙө лә, күңелде лә йылытыр
Ярҙамығыҙ өйҙө лә, күңелде лә йылытыр

Асҡын районының Ҡашҡа ауыл биләмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан геройҙар ғаиләләре хәстәрлек менән солғап алынған. Яңыраҡ бер яугирҙең ата-әсәһе ауыл хакимиәте етәкселәренә утын килтереүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Үтенескә шунда уҡ ҙур  иғтибар биреп, уны үтәү хәстәрен күргәндәр.

Ауыл биләмәһе депутаты Вадим Шакируллин был йәһәттән һәр саҡ яугир ғаиләләренә ярҙам ҡулы һуҙырға, утын менән тәьмин итеүҙә ярҙамлашырға әҙер. Яугир ғаиләләре өсөн уның ныҡлы терәк, ышаныслы кеше булыуын асҡындар яҡшы белә. Эш башы депутаттың ғаиләне утын менән тәьмин итеүгә өлөш индереүендә генә түгел, ә бөгөн алғы һыҙыҡта Ватан һағында торған батырҙарға ҡарата тәрән хөрмәтендә һәм ихтирамында тигән һүҙ ул.

Фото: “Аскинская новь” гәзите.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас