Барыһы ла Еңеү өсөн
2 Сентябрь 2025, 18:05

Ылау китте тип тынысланырға ярамай...

Әйберҙәр араһында биш бензин менән эшләүсе бысҡы, 10 шөрөп борғос, циркуляр бысҡы, төҙөлөш материалдары ла етерлек. Алғы һыҙыҡта көнкүреш әйберҙәре лә кәрәк. Шуға ла ҡалалаштар өс портатив плитә, кер йыйыу машинаһы ла хәстәрләне.

Ылау китте тип тынысланырға ярамай...Ылау китте тип тынысланырға ярамай...
Ылау китте тип тынысланырға ярамай...

Махсус хәрби операция башланғандан алып Сибай ҡалаһынан даими рәүештә яугирҙарға гуманитар ярҙам оҙатыла. Күптән түгел  ҡала халҡы, эшҡыуарҙар, төрлө ойошма-предприятиелар, белем биреү усаҡтары тарафынан тупланған гуманитар ярҙам махсус хәрби операция зонаһына алып барып тапшырылды.

Сибай ҡалаһынан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы тапҡыр 15 тоннанан ашыу ярҙам йыйып ебәрелгән.  Гуманитар ылауға сибайҙар яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, техника тупланы. Шулай уҡ позицияларҙы нығытыу өсөн 10 кубометр таҡта һәм 50 метр сәнскеле тимер сыбыҡ ебәргән. Бынан тыш, өс генератор һәм туғыҙ маскировкалау селтәре һалынды.

- Ылауға тейәлгән әйберҙәр араһында биш бензин менән эшләүсе бысҡы, 10 шөрөп борғос, циркуляр бысҡы, төҙөлөш материалдары ла етерлек. Алғы һыҙыҡта көнкүреш әйберҙәре лә кәрәк. Шуға ла ҡалалаштар өс портатив плитә, кер йыйыу машинаһы ла хәстәрләне. Кейем-һалым, медикаменттар, гигиена кәрәк-ярағы ла тейәлде. Шәхсән посылкалар ҙа ебәрелде. Тыуған яҡтан барған һәр әйбер, ризыҡ яугирҙәргә рух күтәренкелеге өҫтәй, тылдың да еңеүгә өлөш индереүен күрһәтә, - ти Сибай ҡалаһының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Азат Яҡшыбаев. 

Ылау китте тип тынысланырға ярамай. Сөнки сибайҙар махсус хәрби операция билмәһенә туҡтауһыҙ ярҙам йыя. Яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәрҙе, аҙыҡ-түлекте “Тиҫтер” клубында эшләп килгән Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына тапшырырға мөмкин. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү үҙәгендә лә, Сибай ҡала хакимиәтендә лә посылкалар ҡабул итәләр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.

2025 йылдың 5 июненән контрактсыларға бер тапҡыр бирелеүсе 1,4 миллион һум (бер миллион һумы– республиканан, 400 мең һумы – федераль бюджеттан) ҡаралған. Әгәр контракт Өфөлә төҙөлһә, дөйөм сумма (муниципаль түләүҙәр менән бергә) 1,7 миллион һум тәшкил итәсәк.

 

 

 

 

Ылау китте тип тынысланырға ярамай...
Ылау китте тип тынысланырға ярамай...
Ылау китте тип тынысланырға ярамай...
Ылау китте тип тынысланырға ярамай...
Ылау китте тип тынысланырға ярамай...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас