Барыһы ла Еңеү өсөн
4 Сентябрь 2025, 09:25

7,7 меңдән ашыу яугир һәм уларҙың яҡындары шифаханаларҙа дауаланған

Республикала яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә 50-нән ашыу ярҙам сараһы ҡаралған.

7,7 меңдән ашыу яугир һәм уларҙың яҡындары шифаханаларҙа дауаланған7,7 меңдән ашыу яугир һәм уларҙың яҡындары шифаханаларҙа дауаланған
7,7 меңдән ашыу яугир һәм уларҙың яҡындары шифаханаларҙа дауаланған

400-ҙән ашыу кеше психологик ярҙам һораған

Башҡортостандың баш ҡалаһында 2023 йылдың июненән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәге эшләй. Үҙәктең мөһим йүнәлештәренең береһе булып психологик ярҙам тора.

Үҙәк етәксеһе Эльза Ғәтиәтуллинаның һүҙҙәренсә, ике йыл эшләү осоронда Үҙәккә ете мең самаһы кеше мөрәжәғәт иткән. Улар араһында мобилизацияланғандар, контрактсылар һәм уларҙың туғандары бар.

Үҙәккә йыш ҡына социаль ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр, шулай уҡ юридик консультация биреүҙе һорайҙар. Мәҫәлән, Өфөлә психологик ярҙам һорап 400-ҙән ашыу хәрби хеҙмәткәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары мөрәжәғәт иткән.

– Үҙәктә ике психолог эшләй. Уларға яугирҙәр ҙә, уларҙың ғаилә ағзалары ла мөрәжәғәт итә. Тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре, тейешле йүнәлештәр буйынса интерактив әңгәмәләр форматында шәхсән һәм төркөм дәрестәре үткәрелә. Яугирҙәргә ярҙам итеү ҙә ойошторолған. Республика психотерапия клиник үҙәге менән үҙ-ара эш итеү яйға һалынған, унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары бушлай ярҙам ала ала. 59 төркөм психологик дәрестәр ойошторолдо, улар яугирҙәр өсөн генә түгел, уларҙың ҡатындары һәм әсәләре өсөн дә үткәрелә, — тип белдерҙе Эльза Ғәтиәтуллина.

Бынан тыш, Үҙәктә даими рәүештә юристар ҡабул итә, улар гражданлыҡ-хоҡуҡи мәсьәләләр, тейешле социаль һәм страховка түләүҙәрен алыу буйынса консультациялар бирә. Хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙе эҙләү һәм хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә дәүләт гарантияларын тормошҡа ашырыу буйынса мөрәжәғәттәр төҙөүҙә ярҙам күрһәтәләр.

2025 йыл башынан МХО яугирҙәрен һәм уларҙың ғаилә ағзаларын министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре ҡабул итә, улар үҙҙәренә ҡараған мәсьәләләрҙе ”бында һәм хәҙер” принцибы буйынса хәл итә. Әлеге ваҡытта 21 ҡабул итеү үткән, 700-ҙән ашыу консультация бирелгән.

Шулай уҡ Үҙәк белгестәре “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалындағы хеҙмәттәштәре һәм республикалағы Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты менән берлектә эшләй.Үҙәк башҡа ойошмалар менән дә хеҙмәттәшлек итә, мәҫәлән, Өфөнөң ҡатын-ҡыҙҙар союзы һәм Бөтә Рәсәй “Һәләк булған ватанды һаҡлаусыларҙың ғаиләләре” йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе менән.

Эльза Ғәтиәтуллина хәбәр итеүенсә, Үҙәк базаһында “Герой әсәләре” әсәләр клубы эшләй, унда яугирҙәрҙең ҡатындарына һәм әсәләренә психологик ярҙам күрһәтеү өсөн даими осрашыуҙар, тренингтар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Уларға табиптар һәм йәмәғәтселәр саҡырыла.

– Үҙәк гуманитар ярҙам йыйыу өсөн майҙансыҡ булып тора. Ҡала учреждениелары коллективтары, эшҡыуарҙар, депутаттар, йәмәғәт ойошмалары, ирекмәндәр, ҡала халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтә, — ти Эльза Ғәтиәтуллина.

Бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр ваҡыты оҙайтылды

Башҡортостан Башлығы “Хәрби хеҙмәттәге кешеләргә өҫтәмә социаль ярҙам саралары тураһында”ғы указға үҙгәрештәр индерҙе. Ул документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Бынан алда Башҡортостан Башлығы Оборона министрлығы менән килешеүгә ҡул ҡуйған республика халҡына бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәрҙең ғәмәлдә булыу ваҡытын август аҙағына тиклем оҙайтҡайны.

Контрактсыларға түләүҙәр күләме республикала бер миллион һум тәшкил итә. Бөгөн МХО билмәһендә хеҙмәт итергә теләүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме 1 700 000 һум тәшкил итә. Шуның 1 300 000 һумы – республиканан, ҡалғандары федераль түләүҙәр.

Бынан тыш, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә.

7,7 меңдән ашыу яугир һәм уларҙың яҡындары шифаханаларҙа дауаланған

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 7,7 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары республика шифаханаларында бушлай дауаланған. Был хаҡта төбәктең вице-премьеры - ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская хәбәр итте.

Уның белдереүенсә, шифаханаларҙа йәрәхәттәрҙән һәм яраларҙан һуң шәхсән айырым реабилитация программалары, шулай уҡ медицина һәм психологик ярҙам ингән “Антистресс” комплексы эшләй.

“2025 йылда МХО-ла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын шифахана-курорт дауалауын тәьмин итеүгә 119 миллион һум үҙләштерелгән”, – тип белдерҙе Наталья Полянская.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың барлыҡ 15 шифаханаһында бер яугиргә йәки уның туғаны өсөн ял итеү ваҡыты 14 көн, әгәр ике кеше ял итһә, ул ваҡыт икегә бүленеп, ете көн тәшкил итә. Республика бюджетынан финансланған юллама хаҡы ике аҙнаға – 60,2 мең һум һәм ете көнгә – 30,1 мең һум. Ташламанан бер тапҡыр файҙаланырға мөмкин.

Белем алыу өсөн сертификаттар бирелә

Ветерандарҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһенә айырыуса иғтибар бирелә. Быйыл марттан башлап был эш республиканың мәшғүллек хеҙмәте тарафынан әүҙем рәүештә алып барыла.

Мәшғүллек үҙәгенә килгән һәр МХО-ла ҡатнашыусыға шәхси куратор беркетелә, ул ярҙам саралары комплексын күрһәтеү процесын ойоштора һәм координациялай. Демобилизацияланғандарҙың барыһы менән дә (2205 кеше) үҙ-ара бәйләнеш ойошторолған, 1415 кеше (64,2 процент) эшкә урынлаштырылған.

Белем биреү сертификаттарын тормошҡа ашырыу дауам итә, был ярҙамдан эшһеҙҙәр һәм эш эҙләүселәр, декрет ялында булған ҡатын-ҡыҙҙар, пенсионерҙар, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары файҙалана ала.

Быйыл кәмендә 700 сертификат биреү планлаштырыла, отчет осорона ҡарата 313 сертификат тапшырылған. Уларҙың 274-е (87,5 процент) менән МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары файҙаланған.

Гөлнур ҠОЛҺАРИНА, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе:

– Геройҙарға ҙур иғтибар һәм хәстәрлек — бөтә яуаплы кешеләрҙең эшенең өҫтөнлөклө йүнәлеше, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был йәһәттән шәхси өлгө күрһәтә. Беҙ көн һайын аралашҡан яугирҙәр республика етәкселегенә алғы һыҙыҡта ла, өйҙәренә ҡайтҡандан һуң да күрһәтелгән иғтибар һәм ярҙам өсөн рәхмәт белдерә. Беҙ ветерандарға һәм уларҙың ғаиләләренә федераль һәм төбәк ярҙам сараларын, шул иҫәптән техник реабилитация саралары менән тәьмин итеүҙе, торлаҡты яраҡлаштырыуҙы, адаптив кейем тупланмаларын биреүҙе, медицина һәм психологик реабилитация ярҙамы алыуҙа булышлыҡ итеүҙе, белем биреү һәм патриотик проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы, адаптив спортҡа йәлеп итеүҙе, шулай уҡ республика Хөкүмәте менән берлектә торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыуҙы координациялайбыҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас