Барыһы ла Еңеү өсөн
5 Сентябрь 2025, 15:15

Ил һаҡсыларын ярҙамдан өҙмәйҙәр

Бына тағы ла нимәгә дәғүә итә алалар

Ил һаҡсыларын ярҙамдан өҙмәйҙәрИл һаҡсыларын ярҙамдан өҙмәйҙәр
Ил һаҡсыларын ярҙамдан өҙмәйҙәр

Башҡортостан буйынса "Ватанды һаҡлаусылар" махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам дәүләт фонды филиалы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ветерандарҙы юғары мобиль саралары (инвалидлыҡтары булғандар) – автомобиль менән тәьмин итә. Уны алырға теләүсе фондҡа шәхсән үҙе мөрәжәғәт итергә тейеш. Әйткәндәй, машина алғандар бына тағы ла нимәгә дәғүә итә – реабилитацияның өҫтәмә техник саралары уларға бирелә. Мәҫәлән, коляска ярҙамында йөрөүсе водителдәрҙең инеп ултырыу өсөн автоподъемник алырға хоҡуғы бар.

Мәҫәлән, ошо көндәрҙә дәүләттән шундай ҙур ярҙамды махсус хәрби операция ветераны сығышы менән Күмертау ҡалаһынан булған Радик Йосопов алған. Автомобиль махсус йыһазландырылған, дөрөҫөрәге, уға өҫтәмә багажник беркетелгән. Хәҙер иһә колясканы өҫкә күтәреп һалыу йәки ергә төшөрөүгә ни бары 45 секунд ваҡыт кәрәк. Автомобилдең үҙенең багажнигында уға урын кәрәкмәй.  

"Башҡортостан" махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам республика үҙәге директоры урынбаҫары, дүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы Ирек Зарипов әйтеүенсә, ил һаҡсыларына ярҙам итеү киләсәктә лә дауам итәсәк.

Шул иғтибарға лайыҡ, республикабыҙҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамдың 54 төрө бар.

Фото: "Ватанды һаҡлаусылар" фонды.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас