

МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙәргә республикала төрлө ярҙам саралары ҡаралған. Социаль координаторҙар булышлығында ветерандар йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса ла ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә.
Әйтәйек, яңыраҡ Миәкә районынан инвалидлығы булған МХО ветераны Илвер Хөснөтдиновтың торлағын уңайлыраҡ итеп эшләгәндәр. Ул 2024 йылдың апреленән алып “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан филиалы ҡарамағында тора.
МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары буйынса уға райондың социаль координаторы Айгөл Ҡәнзәфәрова кәңәш бирә, үҙе үк ветерандың йортон яраҡлаштырыуҙы юлларға ла булышлыҡ итә.
Илвер Әбделмәжит улының өйөндә аш-һыу бүлмәһе йыһазландырылған, компьютер артында эшләү өсөн урын булдырылған, өйҙөң ишеге алмаштырылған. Шулай уҡ янғын, һыу үтеүе тураһында хәбәр итеү датчиктары һәм “Аҡыллы йорт” системаһы ҡуйылған.
Ветерандың торлағын яраҡлаштырыу эштәре “Ватан һаҡсылары” дәүләт фонды иҫәбенә башҡарылған.
Сығанаҡ: "Ватан һаҡсылары" фонды филиалы (vk.com/zashitnikiotechestvarb?from=groups).