Барыһы ла Еңеү өсөн
11 Сентябрь 2025, 17:25

Йөктө “Опер” үҙе оҙата

Халыҡ махсус хәрби операция зонаһына оҙатыу өсөн ике көн эсендә 30 кубометр таҡта әҙерләне.

Йөктө “Опер” үҙе оҙатаЙөктө “Опер” үҙе оҙата
Йөктө “Опер” үҙе оҙата

Шаран районының Нөрәй ауыл советы халҡы махсус хәрби операция зонаһына ике көн эсендә 30 кубометр таҡта әҙерләне. Уны алырға Херсон өлкәһенән йөк автомобиле ебәрелгән. Йөктө лейтенант, “Опер” позывнойлы яҡташыбыҙ оҙатып барасаҡ.

Илнар 2015 йылда Өфө юридик институтын тамамлай, район эске эштәр бүлегендә өлкән вәкил булып эшләй. 2023 йылдың август айынан махсус хәрби операцияла контракт буйынса хеҙмәт итә, ул – рота командиры.

–Яңыраҡ Шаран районынан килгән ылау беҙҙең часта булды. Район хакимиәте башлығы Марат Әхмәҙуллин менән һөйләшкәндә беҙгә окоптар һәм блиндаждар  төҙөү өсөн таҡталар кәрәклеген әйттем. Ул ярҙам итергә теләк белдерҙе. Нөрәй ауылы халҡына ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт, - тине яугир.

Йәммәт эшҡыуары Геннадий Сәйетов 10, Нөрәйҙән Ринат Арыҫланов – алты, Иземдән Виктор Ғайсин алты кубометр таҡта биргән. Йәнәхмәт ауылынан Климентий Сыртланов үҙенең пилорамында бер кубометр таҡта ярып әҙерләй һәм өс кубометр бүрәнә тапшыра. Венер Арыҫланов та бүрәнәләр әҙерләй.

Шарандар яҡташтарын ярҙамдан өҙмәй, гуманитар йөк туплауҙа әүҙем ҡатнаша.

Фото:"Шаранские просторы" гәзите. 

 

 

Йөктө “Опер” үҙе оҙата
Йөктө “Опер” үҙе оҙата
Йөктө “Опер” үҙе оҙата
Йөктө “Опер” үҙе оҙата
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас